Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Май 2020, 22:24

Һуңғы ҡыңғырау ҡасан яңғырар?

.

Республиканың белем биреү учреждениеларында оҙаҡламай уҡыу йылы тамамлана. Коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө брифингта мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин дә ҡатнашты.
1-4-се класс уҡыусылары - 22, ә 5-11-се класс уҡыусылары 29 майҙа уҡыуҙан туҡтай. Сығарылыш уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы дистанция рәүешендә үткәреләсәк.
Вуздарға ҡабул итеү тәртибе элеккесә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса башҡарыла, ғаризаны электрон форматта бер юлы биш юғары уҡыу йортона тапшырырға мөмкин. Тик белгеслектәр һаны 15-тән артмаҫҡа тейеш.
Ғаризалар ҡабул итеү срогы ла әүәлгесә ҡала, 18-20 июндә ҡабул итеү комиссиялары эш башлаясаҡ. Ә ҡасан тамамланыры әлегә билдәһеҙ, был имтихандарҙың һуңғы һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң асыҡланасаҡ. Әле Берҙәм дәүләт имтихандары теҙмәһе федераль кимәлдә раҫланмаған.
Абитуриенттар өсөн талаптар элеккесә һаҡланасаҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең һорауына яуап итеп, коронавирус инфекцияһы булмауы тураһында бер ниндәй ҙә белешмә талап ителмәй, тине Илдар Мәүлетбирҙин.
Сығарылыш студенттарын диплом яҡлау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырыуы билдәле. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, әле был мөһим мәсьәләне дистанцияла ойоштороу тураһында һүҙ бара.
Балалар баҡсаларының ҡасан эшләй башлаясағын ҡайһы бер ата-әсәләр түҙемһеҙлек менән көтә. Дежур балалар баҡсалары бөтә эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, бер төркөмдә ун биш баланан да арттырмай, эшен дауам итә. Министрлыҡ заявкаларҙы өйрәнә, аҡрынлап баҡсаларҙа урындар арттырыласаҡ, тик бөтә хәүефһеҙлек саралары мотлаҡ һаҡланырға тейеш.
Фото: БР Мәғариф министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: