Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Май 2020, 11:24

ПРОГРАММАҒА ТАЯНЫП ТОРЛАҠ ЯҢЫРТҠАНДАР

.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу ғаилә, Ауыл хужалығы министрлығының “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Тапшырылған сертификаттарҙың дөйөм хаҡы 371 млн. һумға барып баҫҡан.
Ведомствонан хәбә итеүҙәренсә, һәр ғаиләнең өлөшөнә, балалар һанына ҡарап, аҡса төрлө күләмдә тейгән: 700 мең һумдан 2 миллионға тиклем. Ҡырмыҫҡалы районында, мәҫәлән, был программа буйынса сертификатты ете ғаилә алған. Уларҙың араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, «Синергия» һәм «Алатау» яуаплылығы сикләнгә йәмғиәт эшселәре бар.
Программа йыл башынан эшләй һәм ул “Торлаҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булып тора.
Фото: multilisting.su

Эльвира Хамзина

Читайте нас: