Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Май 2020, 22:43

Йәшел һуған һәм йомортҡанан бөйөрөк

.

Һәр кемгә танһыҡтыр был ризыҡ. Рецебы ла ябай ғына. Ашығыҙ тәмле, һәр эшегеҙ уңышлы булһын, дуҫтар!
800 грамм туңған ҡатлы әсе ҡамыр, дүрт йомортҡа, ярты килограмм йәшел һуған, 70 грамм аҡ май, ике ҡалаҡ үҫемлек майы, он, тоҙ, борос алабыҙ.
Тәүҙә һыуытҡыстан туңған ҡамырҙы алып иретәбеҙ. Эслек өсөн йомортҡаны бешереп турайбыҙ. Йәшел һуғанды ваҡ ҡына итеп киҫеп, һутын сығарғансы иҙеп, иретелгән аҡ май, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Артабан ҡамырҙан йәймәләр йәйеп, эслекте һалып, бөйөрөктәр эшләйбеҙ. Шунан мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: chakchak.uz
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: