Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Май 2020, 00:31

СИР СИГЕНӘМЕ ӘЛЛӘ?

.

Эпидемияның июлдә тамамланыуы мөмкин
Коронавирусҡа бәйле хәбәрҙәрҙе йырып сығырлыҡ та түгел ахырыһы. Хатта уҡып өлгөрөп булмай тиерлек. Иң мөһиме: яңылыҡтар теҙмәһендә өмөтләндергәндәре лә бар. Сир буйынса ҡала, республика, тотош ил һәм донъяуи хәлдәргә бәйле бер нисә мәғлүмәткә туҡталып үтмәксебеҙ.
Шулай итеп, сирлеләр буйынса Рәсәй донъяла икенсе урынға сыҡты. Уның ҡарауы, беҙҙә сирҙән үлеүселәр, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, күпкә аҙыраҡ. Бының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре бар. Беренсенән, сирҙе асыҡлаусы тестар Рәсәйҙә күп һәм теүәл эшләнә тип белдерә белгестәр, шуға асыҡлау осраҡтары ла, уға ярашлы, сирлеләр һаны ла күберәк. Әлбиттә, һандарҙың тағы ла артығыраҡ булыуы ихтимал ине, ваҡытында күрелгән саралар, үҙизоляция вирустың ҡапыл таралыуын бер ни тиклем туҡтатты. Һуңғы тәүлектәрҙә асыҡланыу осраҡтары хатта аҙая төштө, эштәр былай барһа, табиптар уның июлдә бөтөүе лә ихтимал тип юрай. Шулай ғына була күрһен дә бит, әммә иркенәйергә иртә әле: вирус барыбер ҙә һағалап ҡына тора. Шуға Рәсәй Хөкүмәте 65 йәштән өлкәндәр һәм тын алыу юлдары сирлеләр өсөн урамға сығыуҙарҙы майҙың аҙағына тиклем сикләргә булды.
Табиптарға һаман да тейешле түләүҙәр барып етә алмағанын иҫәпкә алмағанда, төбәктәрҙә лә эштәр юғары кимәлдә ойошторолдо.Башҡортостан буйынса хәлдәргә килгәндә, республикала, белеүегеҙсә, медицина битлектәре хәҙер урамда йөрөүселәр өсөн мотлаҡ ине, быға өҫтәп, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров өлкән йәштәгеләргә нығыраҡ иғтибар итергә ҡушты. Ғөмүмән, республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәш бар йәһәттән дә етди бара. Хатта төбәк был тәңгәлдән алдынғылар рәтендә килә. Мәҫәлән, Өфө янында бик тиҙ арала инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса дауахана төҙөлөп, ошо көндәрҙә үҙ ишектәрен асырға йыйына. Бынан тыш беҙҙә сит төбәктәрҙә “бикләнеп” ҡалырға мәжбүр булған яҡташтарҙы ҡайтарыу буйынса ла күп саралар күрелде. Ике меңгә яҡын вахтасыларҙың ҡайтыуы уларҙы ваҡытлыса төрлө ял йорттарына үҙизоляциялау маҡсатында урынлаштырыу үҙе ошо хаҡта һөйләй, буғай. Әйткәндәй, Әбйәлил районда үҙизоляцияла булған вахтасылар күптән түгел өйҙәренә ҡайтты ла инде. Әйткәндәй, Башҡортостанда ла тестар бик күп үткәрелә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ғына ла 160 меңгә яҡын кеше.

  • Рәсәйҙә 3-15 йәшлек балаларға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата һәм башҡа ярҙам һымаҡ, Башҡортостанда ла сир арҡаһында иҡтисади ҡаза күреүселәр әлбиттә, иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ошо көндәрҙә генә Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эшҡыуарҙарға 38 төр ярҙам тураһында белдерҙе. Әйткәндәй, бындай ҙур ярҙам инде икенсе тапҡыр күрһәтелә. Йәмғеһе 26 мең ойошма һәм эшҡыуар тоясаҡ уны.
    Шулай ҙа коронавирус менән ауырыусылар һаны хафаға һала әле. Ана бит, хатта дәүләт кимәлендәге етәкселәр ҙә һаҡлана алмай: РФ Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин, Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров сир йоҡторғаны. Ярай әле, терелеп сыҡтылар. Ғөмүмән, халыҡ әйтмешләй, сир бер кемде лә аямай, шуға күрә һаҡланыу сараларын (нисек кенә арытмаһын уларҙан) ҡулланыу зарур. Бының өсөн ҡул-битте таҙа тотоу ҙа, битлек кейеү ҙә күп көскә эйә. Ҡул тигәндән, хәҙер дезинфекциялау буйынса хатта махсус ҡорамалдар бар. Үҙебеҙҙә хатта, Стәрлетамаҡта! Урындағы эшҡыуар эшләгән “Коронабокс” аппараты менән башҡа өлкәләләрҙә лә ҡыҙыҡһына башлағандар икән. Уңайлы бит, ҡулыңды ҡорамал аҫтына ҡуяһың да, (ҡулдағы) бөтә булған вирустарҙы юҡ итәһең. Аппаратты ҙур предприятиеларҙа, поликлиникаларҙа, хатта урамда ла урынлаштырырға була, тип баһалаған технологияны анестезиолог-реаниматог, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Азат Ҡорбанғәлиев. Табип тигәндән, Стәрлетамаҡта әле 20-нән ашыу кеше коронавирус менән дауалана.

  • ...Нисек кенә булмаһын, көрәш дауам итә, офоҡта өмөттәр ҙә күренгән һымаҡ: АҠШ коровирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге һынауы уңышлы үткәне хаҡында хәбәр итә. Әйткәндәй, бындай һынауҙар хәҙер һәр илдә тиерлек бара. Хатта ниндәйҙер кимәлдә, кем беренсе булып Космосҡа осор тигән һымаҡ, уҙышты хәтерләтә ул һынауҙар. Хәйер, беҙгә ни, ябай кешеләргә, кем булһа ла, тиҙерәк уйлап тапһындар ҙа, Кешелекте һауыҡытырһындар – бары шул ғына, сир сәйәткә әйләнеп бара юҡһа.
    ...Әлегә өмөттәрҙе бер усҡа йомарлап, битлектәрҙе кейеп, йомарланған устарҙы вирустан дезинфекциялап көтөргә генә ҡала.

    Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
    Автор: Рамиль Мансуров
    Читайте нас: