Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Май 2020, 00:55

Ҡолағанмы, һикергәнме?..

.

Бөгөн киске сәғәт алты тирәһендә ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә Өфөнөң Р. Зорге урамындағы күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатынан ҡыҙ баланың ҡолап төшкәне хаҡында хәбәр ителә.
Ведомство хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ҡыҙыҡайға 11-12 йәш тирәһе. Ваҡиға урынына "Ашығыс ярҙам" бригадаһы саҡырыла, улар бәләгә тарыған баланы тиҙ арала дауаханаға оҙата. Ғәҙәттән тыш хәлдең нисек һәм ни сәбәпле килеп сығыу осрағы асыҡлана.
Көндәр йылыныу менән асыҡ ҡалдырылған тәҙрәнән ҡолап төшкән кескәй балалар тураһында күп тапҡыр иҫкәртелеүгә ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр осрап тора. Әлеге хәлдә, бәлки, башҡа сәбәптер: ҡолағанмы, әллә һикергәнме?.. Балаларыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: