Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Май 2020, 22:52

Кейеме гөлтләп янып китә

.

Май айында Шишмә районында бер нисә янғын осрағы теркәлде.
Яҙғы байрамдарҙың бер көнөндә Шишмә ҡасабаһындағы фатирҙа, шулай уҡ "Өршәк" баҡсасылыҡ ширҡәтендәге ағас йортта янғын сыға.

Ут менән һаҡһыҙ файҙаланыу сәбәпле Сыуалкип ауылында һарайҙы "ҡыҙыл әтәс" ялмай. Күптән түгел "Флора" баҡсасылыҡ ширҡәтендә лә мунса янып юҡҡа сыға - мөрйә боҙоҡ була.

Ә бына Яңы Мусалағы хәл саҡ үлем менән тамамланмай. Ошо ауыл кешеһе мотоциклына бензин һала, әммә яғыулыҡтың кейеменә тамғанын шәйләмәй. Эшен тамамлап, тәмәке тоҡандырыу ниәтендә шырпы һыҙып ебәреүе була, ут гөлтләп кейеменә ҡаба. Һаҡһыҙ ҡыланған ир ныҡ ҡына бешә.

Уяулыҡты юғалтмау, ут менән эш иткәндә иғтибарлы булыу, электр сымдарын, ҡоролмаларын даими тикшереп тороу зарур, тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: stv24.tv
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: