Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы йомшарыу менән күптәр, яҡшы һауа торошона ҡаршы тора алмайынса, урамдарға һибелде. Уларға сикләүһеҙ хәрәкәт итеү хоҡуғы бирелһә лә, һәр береһенән битлек кейеү талап ителә.
Өфөнөң Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры Александр Овчинников хәбәр итеүенсә, ҡала халҡының 60 проценты был талапты үтәй, ә бына хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин билдәләүенсә, режимды боҙғандар ҙа етерлек. 19 майға ҡарата уларҙың һаны 117-гә еткән.
“Торатау” конгресс-холы янындағы туҡталҡаны контролгә алығыҙ, унда кис йәштәр күп йыйыла, был иһә профилактика сараларын, арауыҡты боҙоуға алып килә. Әле күңел асыр ваҡыт түгел”, – тине Өлфәт Мостафин ҡала хакимиәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.