Мөфтиәт ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда быйыл аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — ғаиләнең һәр ағзаһынан 100-әр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн — һәр кешенән 200-әр һум. Хәллеләргә – 700-әр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фиҙиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 250 һум тәшкил итә.