Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Май 2020, 22:41

"Бындай ҙа күренешкә юлыҡҡан юҡ ине"

.

Саҡмағош районы кешеләре ҡурҡыныс күренешкә юлыға: йырындағы сүплектә туғыҙ табутты, мосолман ябыулыҡтарын, ҡәбер таштарын күреп шаҡ ҡата улар.
"Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Сүплектәрҙә нәмә генә табылмай, әммә бындай ҙа күренешкә юлыҡҡан юҡ ине", - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтсе Руслан Нуретдинов.
Шомло хәбәр тиҙ тарала. Күптәр урындағы хакимиәткә ризаһыҙлыҡ, дәғүә белдерә.
“Йырын Ҡаран ауылы зыяраты эргәһендә урынлашҡан, ул район сиген дә билдәләй. Зыяратты ҡараусы, ауырыу сәбәпле, ике ай инде бурыстарын үтәй алмай. Был ғәҙәттән тыш хәлгә сәбәпсе вандалдарҙы асыҡлап булманы”, - тигән аңлатма бирәләр Саҡмағош районы хакимиәтенән.
Ошо көндәрҙә сүплек тулыһынса юҡҡа сығарылған. Яҡындары ошо зыяратта ерләнгән кешеләрҙең күңелендәге яраларҙы ғына бөтәштереп булырмы?
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: