Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Май 2020, 00:12

Бүребайҙа физкультура- һауыҡтырыу комплексы буласаҡ

Спорт объекты төҙөлөшө май аҙағында башлана //#АОБурибаевскийГОК #ОАОУГМК

Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк урында күсмә кәңәшмә үтте. Унда “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев етәкселегендә комбинаты, Өфө ҡалаһынан «АЛЮМАСТЕР» төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре, шулай уҡ муниципаль район хакимиәте, Бүребай ауыл биләмәһе вәкилдәре, Түбәнге Новгород ҡалаһынан төҙөлөш күҙәтеүе буйынса инспектор, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы газ хеҙмәте етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Физкультура-һауыҡтырыу төҙөлөшө барышы һәм техник характерҙағы башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Спорт объекты төҙөлөшө 2020 йылдың май аҙағында башланасаҡ.
Объектты проектлаштырыу (проектлаштырыу һәм проект дәүләт экспертизаһының 5,5 млн һум күләмендәге дөйөм хаҡы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан түләнде), физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөлөшө тау-байыҡтырыу комбинаты һәм уның генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Р.Б.Аблаев инициативаһы буйынса башланды.
Спорт объекты төҙөлөшөнөң дөйөм смета хаҡы 72 миллион һум, уның яртыһын (50 проценты) Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты түләй, икенсе яртыһы “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” федераль программаһы буйынса финанслана.
Килешеүгә ярашлы, төҙөлөш эштәрен тамамлау 2020 йылдың 1 декабренә билдәләнгән.
Читайте нас: