Ағинәйҙәрҙең Башҡорт теле йылында “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу буйынса иғлан иткән акцияһын райондың һәр ауыл биләмәһе ағинәйҙәре һә тигәнсе күтәреп алды.
Юлбарыҫ ауылы халҡы бигерәк тә әүҙемдәр. Олоһо ла, кесеһе лә йыл да милли баҫмаға яҙылып, редакция иғлан иткән флешмобта ҡатнашып, туған телде, башҡортса “районка”ны һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.
Рәшиҙә Аҡҡужина (75 йәш), Фәриҙә Исламғолова (84 йәш), Ғилминур Таулбаева (73 йәш) оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, район гәзитенә тоғролар, яҙылмай ҡалған йылдары юҡ. Шулай уҡ Әмир һәм Зәйтүнә Вәхитовтар, Зөһрә Вәхитова, Урал һәм Лилиә Таймасовалар “Хәйбулла хәбәрҙәре”н бөтә ғаиләләре менән уҡырға ярата. Ауылда бихисап милли баҫманы алдырыусылар, ни тиһәң дә юлбарыҫтар рухлы һәм ғәмле халыҡ.
--Район ағинәйҙәре район гәзиттәренә яҙылыу буйынса акция иғлан иткәс, беҙ дәррәү күтәреп алдыҡ, сөнки киләсәк быуынды ватансылыҡ рухында тәрбәиәләйем тиһәң, башҡорт телендәге баҫманы алдырыу, уға яҙылыуҙың мөһимлеген аңлайһың. Беҙҙең быуын гәзит-журналдар уҡып тәрбиәләнгән, шунлыҡтан матбуғатһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай,-- ти Юлбарыҫ ауылы халҡы.
“Был акцияға беҙ ихлас ҡушылдыҡ, сөнки башҡорт телен һаҡлау башҡорт рухлы һәр кемдең төп бурысы. Ағинәйҙәр ул эште үҫеп килеүсе быуынға үҙ миҫалында өлгө күрһәтергә тейеш, тигән фекерҙәбеҙ. Район гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыу буйынса форсат сыҡҡан һайын әңгәмәләр алып барабыҙ. Бер нисә йыл рәттән флешмобта ҡатнашабыҙ.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә ауыр һәм яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Район гәзитебеҙ һәр ғаиләнең яратҡан, көтөп алынған ҡәҙерле ҡунағы булһын”,--тине Гөлсинә Мәғәфүрова