Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Май 2020, 14:08

Хазиналар утрауында

Музей – тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы быуат­тарға тоташтырыусы рухи байлыҡ­тарыбыҙҙың үҙәге //

Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөтәһе дүрт зал йыһаз­ландырылған. Ул 1995 йылда асыла, һәм Михаил Некрасов уның директоры итеп тәғә­йенләнә. Тап уның тырышлығы менән музейҙа йылдан-йыл яңы экспонаттар туплана, тематик залдар йыһазландырыла. Михаил Гаврилович 82 йәшенә тиклем музей етәксеһе булып эшләй. Әйткәндәй, Башҡорт­остан музейҙары тарихында ул – иң оҙаҡ эшләгән музей дирек­торҙарының береһе.

Бөгөн директор вазифаһын тартыу йөгө оҙаҡ йылдар ошонда ғилми хеҙмәткәр булып эш­ләгән Рәзилә Байғусҡарованың иңенә йөкмәтелгән. Коллективта бөтәһе дүрт хеҙмәткәр эшләй. Улар – методист Гөлшат Ҡәйе­пова, музей экспонаттарын һаҡ­лаусы-экскурсоводтар Миңле­бикә Моталова менән Эльвира Ҡоҙашева. Әле бында бөтәһе 8 мең 600 экспонат һаҡлана, улар араһында уникаль ҡомарт­ҡылар – беҙҙең эраға тиклем 300 миллион йыл элек эшләнгән баҡыр хәнйәр, XVIII быуаттағы һарауыс һәм башҡорттар ара­һында иң тәүге дирижер Ғәй­нетдин Моталов­тың дирижер­лыҡ таяғы, мәш­һүр ҡурайсы Сәйфулла Дилмө­хәмәтовтың үҙе эшләгән ҡурайҙары.

Рәзилә Байғусҡарова бел­дереүенсә, һәр ҡомартҡы – үҙе бер тарих, халҡыбыҙҙың үткә­нен сағылдырған, киләсәк бы­уынға шул осорҙо күрһәткән атай-олатайҙар аманаты. Ваҡыт үткән һайын һәр экспонат ҡә­ҙерлерәк була бара, ул төрлө осорҙағы тарихи ваҡиғаның шаһиты булыуы менән дә әһәмиәтле.

– Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музыйында, ысынлап та, бик боронғо экспонаттар күп. Ҡа­сандыр был әйберҙәрҙе туплауға ҙур өлөш индергән Әсмә Усманова, Рафаил Рәхимов, Флүрә Мәжитоваларға ифрат рәхмәт­лебеҙ, тап уларҙың башланғысы менән хазиналар йорто бар­лыҡҡа килә. Музейҙы хазиналар йорто менән сағыш­тыры­уым да юҡҡа түгел. Ысынлап та, һәр экспонат үҙе бер оло хазинаға тиң. Беҙҙең төп бурыс – ҡомартҡыларҙы һаҡлау, яңылары менән тулыландырыу. Шуға күрә экспонаттар йыйыу маҡсатында беҙ ауылдарға экс­педицияларға сығабыҙ. Күрше район, өлкәләр менән бәйләнеш булдырылған. Кемдер үҙе иҫтәлекле әйберҙәрен килтереп тапшыра, икенселәр – фотоһү­рәттәр, бәғзеләре ата-әсәләренең вафатынан һуң йорттарында ҡәҙерләп һаҡланған боронғо һауыт-һабаны, биҙәүестәрҙе, милли кейемдәрҙе беҙгә алып килә, – тине Рәзилә Фазулла ҡыҙы.

Шәжәрәләр тарих һөйләй

Был ысынлап та шулай. Му­зейҙың беренсе залында район­дың төп фамилияларын йөрөт­кән араларҙың шәжә­рәләре урын алған. Уларҙың күбеһенең Аҡъяр ауылының барлыҡҡа килеүенә туранан-тура йоғон­тоһо булған. Мәҫәлән, Торомтаевтар, Үтәшевтәр, Таулыҡаев­тарҙың шәжәрәһе төп нөсхә­һендә һаҡланған, әллә күпме тамырҙарҙы бергә туплап, күпме быуындарҙы берләш­тергән. Шәжәрә ағасын белеп үҫеү кил­гән быуын өсөн бигерәк тә мө­һим. Музейға үҙ нәҫел-нәсәбен барлап, шәжәрә ағасы менән танышыу өсөн генә килеүселәр ҙә бихисап, ти музей хеҙмәт­кәрҙәре.

Артабанғы залдың бер өлө­шөндә Хәйбулланың бай тәби­ғәте һүрәтләнгән. Бында төбәк­тең үҙенә генә хас хайуандарын, ҡоштарын, үҫемлек­тәрен сағыл­дырған диорамалар эшләнгән. Берсә беҙҙе Хәйбул­ланың киң ҡылғанлы далалары әсир итһә, берсә уның ҡоштары һоҡландыра. Бигерәк тә Әсмә Усманованың идеяһы менән барлыҡҡа килгән “Ҡышҡы пейзаж”ды тулҡынланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Бында Утарбай ауылы һүрәтләнгән: Меңйәшәр ҡарағас та, ҡоралай ҙа, айыу ҙа бар. Шул тиклем йылылыҡ бөркөп торған картина күптәрҙе уйландырмай ҡалмайҙыр.

Хәйбулла районында тәбиғәт һәйкәлдәре бик күп. Ҡайын­ҡабаҡ, Меңйәшәр ҡарағас һәм башҡалар хаҡында тулы бе­лешмә бирелгән, уларҙың фото­һүрәттәре ҡуйылған. Шайтантау ҡурсаулығы ла – райондың бер биҙәге, бында хайуандар, ҡоштар донъяһынан башҡа, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән бик күп үҫемлектәр һаҡланған. Был хаҡта ла музейҙа яҡындан танышырға мөмкин.

Этнографик ҡомартҡылар

Һәр музейҙың “йөрәге”н тәш­кил иткән, халҡыбыҙҙың борон­ғо көнкүрешен, шөғөлөн һәм кәсептәрен сағылдырған, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр менән таныштырған, йәшәү рәүешен беҙгә бар тулылығында еткергән экспонаттарҙың күбеһе этнография залында урын­лашҡан. Бында нимәләр генә юҡ: Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуына хас булған ҡомартҡылар, малсылыҡ, һунарсылыҡ, иген­селеккә бәйле көнкүреш әйбер­ҙәре йә иһә кешеләр үҙҙәре тап­шырған бик ҡәҙерле ҡомарт­ҡылар. Мәҫәлән, Әбделнасир ауылынан Фәрзәнә Әлмөхә­мәтова өләсәһенең 100 йыл элек һуғылған шәлен тапшырған. Аҡъярҙан Зәүхиә Илем­бәто­ваның селтәре, ҡашмауы һәм кәләбәше лә музейҙың ҡиммәтле ҡомартҡыларын тулыландыра.

Вазифа Мәмбәтованың ситеген республиканың башҡа бер музейында ла осратыу мөмкин түгел. Башҡа ырыу ҡатын-ҡыҙ­ҙарынан айырмалы рәүештә, Хәйбулла еренә генә хас кәлә­бәште (баш кейеме) шулай уҡ музейҙа күрергә мөмкин. Борон­ғо сулпылар, көмбәҙ, гәрәбә мунсаҡтар, уҡа иҙеү, алмиҙеү, түшелдеректәр – барыһы ла өләсәй-инәйҙәребеҙҙең ҡулы тейгән, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған бик ҡиммәтле экспонаттар ул.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Артабан тарих биттәрен са­ғыл­дырған залға аяҡ баҫабыҙ. Бында райондың тормошон күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән төрлө осор тарихы менән яҡындан танышырға мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышына арнал­ған стенд эшләнгән, фронттан ҡайтҡан әйберҙәр урын алған, өскөл хаттар теҙелгән. Артабан хәй­буллаларҙың локаль бәре­леш­тәрҙә, Афған, Чечня яуында сынығыу үткән, һәләк булған һалдаттар ҙа олатай-атайҙары янында урынлашҡан. Бында ҡуйылған һәр әйбер – үҙе бер тарих, әйтерһең дә, улар өнһөҙ ятһа ла, беҙҙе нимәнәндер иҫкәрткәндәй тойола, күңелдәргә һағыш сорнала.

“Беҙ йәшәгән район” тип аталған һуңғы залда Хәйбулла районының үткәне менән бөгөнгөһө йәнәш урын алған, күренекле яҡташтарының фотоһүрәттәре эленгән.

Тәү ҡарашҡа бәләкәй кеүек күренгән бина тотош дәүерҙәрҙе үҙ эсенә алған хазиналар утрауын хәтерләтә, тиһәк тә яңы­лыш булмаҫ. Музей хеҙмәт­кәрҙәре һәр ергә күңел йылыһын һалған, улар һәр ҡомартҡыны шул тиклем ҡәҙерләп һаҡлай, ҙур ғорурлыҡ менән таныштыра. “Музейҙа осраҡлы кешеләр эш­ләй алмайҙыр?” тигән һора­уыма Рәзилә Байғусҡарова шунда уҡ “Юҡ, әлбиттә!” тип яуап ҡай­тарҙы. Уның шулай яуап биререн һиҙемләй инем, сөнки һәр тарихи ваҡиғаны, ҡомарт­ҡыны шул тиклем ышандырғыс һәм дөрөҫ итеп күрһәтә белеү – үҙе бер оло талант, ижади ҡараш.

Музейҙың бәләкәй генә бүл­мәһендә күргәҙмәләр залы урын алған. Бында һәр саҡ төрлө күргәҙмәләр эшләй.
Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бай экспонаттары менән яҡындан танышып сыҡ­ҡандан һуң, йәнә бер тапҡыр музейҙар һәр кемдә ғорурлыҡ тойғоһо уятырлыҡ, милли рухи байлыҡ бирерлек мәҙәни һәм тарихи үҙәктәрҙең береһе икәнлегенә инандыҡ. Профессиональ байрамығыҙ менән, хөрмәтле музей хеҙмәткәрҙәре!
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: