Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Май 2020, 13:27

Миәкә районында йәшәүселәр бөркөттө ҡарғаларҙан ҡотҡарған

Һирәк осрай торған ҡошто улар беренсе майҙан бирле һарайында аҫыраған. //

Тауҙар ҡуйыны урынына тауыҡ кетәге. Бөркөттө бында ун көн буйы аҫырағандар. Миәкә районы Етегән ауылында йәшәүсе Альберт Ким ғаиләһе менән ҡайтып килгәндә уны юл буйындағы ағаслыҡ эргәһендә күргән. Ни сәбәптәндер оса алмаған ҡошҡа ҡарғалар ташланған булған.
Тәүҙә бөркөттө яланда ҡалдырырға уйлағандар. Әммә яҡынлашып килгән төлкөнө күргәс, ауылға алып ҡайтырға ҡарар иткәндәр.
Һарайҙа бөркөт йәшәй башлағас, тауыҡтар йоморҡа һалыуынан туҡтаған. Әтәстәр ҙә тынғыһыҙлана.
Әммә йыртҡыс ҡоштоң уларға ташланырға хәленән килмәй. Әлегә үҙе лә килтергән менән генә туҡлана. Хужалары уға ит һәм тирә-яҡҡа ҡапҡан ҡуйып сысҡан аулап бирә.
Бөркөт ҡулға эйәләшкәнгә оҡшаған. Хатта беҙҙең әйткәнде ишеткәндәй, шунда уҡ осоп маташты. Әммә баҡса кәртәһенән ары китә алманы. Ҡарғалар шунда уҡ күктә өйөрөлә башланы. Урындағылар әйтеүенсә, бөркөттәр был яҡта элек тә күренгән.
Миәкә районының һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре лә бөркөттө килеп ҡараны.
Бөркөт артабан Салауат ҡалаһы ветеринарҙарына тапшырылған. Уны ҡарап, дауалап тәбиғәткә ебәрәсәктәр.
Авторы Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: