Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Май 2020, 13:06

Башҡортостанда йыл башынан алты бала тәҙәрәнән ҡолап төшкән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе һәләк булған //

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын йылы көндәр башланыу менән бәләкәй балаларҙың тәҙрәнән ҡолауы кеүек бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә.
“Өйҙә ҡараусыһыҙ ҡалған балалар тәҙрәнән ҡолап, ауыр йәрәхәт ала йәки һәләк була. Күпселеге табиптар килеп еткәнсе йән бирә, ҡалғандары айҙар буйы дауаханала ята, йыш ҡына инвалид булып ҡала”,--тип билдәләйҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетында.
Баланы бәхетһеҙ осраҡтан ҡурсалау өсөн:
--тәҙрә төбөнә менмәһен өсөн тәҙрә янындағы йыһаздарҙы ситкә этегеҙ;
--москит селтәренә ышанмағыҙ. Ул ни тиклем сифатлы булмаһын, бала ауырлығына тәғәйенләнмәгән;
--тәҙрәгә махсус фиксатор ҡуйыу яҡшыраҡ, ул саҡта бала тәҙрәне аса алмаясаҡ;
--йоҡлап ятҡан баланы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Уның уянып, асыҡ тәҙрә янына килеүе ихтимал;
--бала тәҙрә янындағы диван-карауатта ырғып уйнамаһын,сөнки уйламағанда тәҙрә төбөнә лә һикереүе ихтимал;
--бәләкәстәр яңғыҙ балконға сыҡмаһын;
--әгәр 5-12 йәшлек бала фатирҙа яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа икән, аҙ ғына ваҡытҡа ла ҡалдырмағыҙ. Сөнки улар ғәҙәттә ҡурҡыуҙан балконға сығып йәки тәҙрә эргәһендә ата-әсәләрен күрергә тырышып, аҫҡа ынтылалар һәм ҡолап төшәләр.
Башинформ
Фото интернет-ресурстан алынды
Читайте нас: