Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Май 2020, 15:51

Изге ғәмәлдәргә юл асыҡ

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең турала хәстәрлек менән!”. Районда меңгә яҡын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырыласаҡ //

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең турала хәстәрлек менән!” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырыла. Ошо көндәрҙә 901 ғаиләгә ошондай социаль ярҙам биреләсәк.
Бынан алда оло йәштәге 528 Хәйбулла кешеһе #МыВместе Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә аҙыҡ-түлек йыйылмалары алғайны ла инде. Район хакимиәте тарафынан 5 һәм унан күберәк балалар тәрбиәләгән, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә 200 дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнде.
Ысынлап та, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу зарур, бөгөнгө еңел булмаған хәл-ваҡиғалар беҙҙең тырышлыҡтарҙы, бизнес мөмкинлектәрен һәм иң әүҙем кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте 1400 аҙыҡ-түлек йыйылмаларын өләшһә, 688 ғаилә “Башҡортостан баҡыры” йәмғиәтенән ошондай ярҙам алды.
Эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. Шәхси эшҡыуар М.А.Цыкалов (“Оптовик” магазины) тауарҙар һатып алыуға ярҙам йөҙөнән 2500 һумлыҡ 10 сертификат биргән.
Шуныһы ҡыуаныслы, шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашырға теләүселәр артҡандан арта. Изге ғәмәлдәргә юл асыҡ. Кемдәрҙер мохтаждарҙы бушлай аҙыҡ-түлек менән тәьмин итһә, ҡайһы бер магазиндар хужалары ташлама хаҡтар менән үҙ тауарҙарын бирә.
Ошондай изге күңелле, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға битараф булмаған кешеләргә матди ярҙамдары, үҙ ирке менән изгә ғәмәлдәр ҡылғандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге шәхси сәхифәһенән алынды
Читайте нас: