Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Май 2020, 22:14

Стеналар ҙа шанлы тарих биттәрен һөйләй ала

Татыр-Үҙәктә буш торған биналарҙың киң стеналарында һуғыш һәм еңеү тураһында һүрәттәр төшөргәндәр.

Татыр-Үҙәктә буш торған биналарҙың киң стеналарында һуғыш һәм еңеү тураһында һүрәттәр төшөргәндәр.
Утлы Курск дуғаһы, мәхшәрле Сталинград яуы, Лениград блокадаһы, Брест крепосы, Совет һалдаттары тарафынан фашизмдан ҡотҡарылған Румыния, Болгария, Югославия, Польша, Венгрия Австрия, Чехоловакия һәм башҡа утлы яу юлдары, 1945 йылғы Еңеү яҙы сағылдырылған бында.
Стеналарҙа ысынбарлыҡтағы кеүек танкылар шартлай, снарядтар һыҙғыра, самолеттар янып төшә... Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, Тыуған ил өсөн йәнен фиҙа ҡылыуы тураһында һөйләй стеналар. Йәш быуын өсөн ысын мәғәнәһендә тарихи тәрбиә сығанағы.
Илһөйәрлек рухы көслө беҙҙең халыҡта. Күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын!
Читайте нас: