Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Май 2020, 01:14

Яҡутияла эшләгән вахтовиктар менән беренсе борт Магнитогорск аэропортында ҡабул ителде

Чаяндинск ятҡылығында эшләгән 200 кеше республикаға ҡайтты //

Башҡортостан, коронавирус инфекцияһы таралыу сығанағы булған вахталы эш урындарынан үҙ граждандарын ҡайтарыуҙы оператив ойошторған Рәсәйҙең берҙән-бер төбәге.
Вахтовиктар Әбйәлил районындағы шифаханаларҙың береһендә урынлашҡан обсервацияға ике аҙналыҡ карантинға йүнәлтелде. Артабан улар медицина тикшеренеүҙәренән һуң ғаиләләренә ҡайта аласаҡ.
“Уларҙы уйлап та тормай, республикала ҡабул итәбеҙ. Сөнки улар республика кешеләре. Эйе, был ҙур эш, сөнки вахтовиктар араһында коронавирус менән сирләүселәр ҙә бар. Был иһә һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур көсөргәнеш”,--тине Радий Хәбиров.
--Вахтовиктар араһында тән температураһы юғары булғандар юҡ. Кешеләр арыған, әммә тыуған яҡтарына ҡайтыуҙары менән кәйефтәре шәп,--тине вахтовиктарҙы беренселәрҙән булып ҡаршылаған туризм буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
--Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Саха-Яҡутия республикаһында вахта алымы менән эшләгән эшселәрҙе ҡабул итеүҙе ойошторҙоҡ. Алдағы өс көндә тағы ла 1000 кешене ҡабул итәсәкбеҙ. Аҙна дауамында барлыҡ 1800 вахтовикты ҡайтара алырбыҙ, тип уйлайым. Улар обсерваторҙарға урынлаштырыласаҡ. Бында улар 14 көн дауамында даими медицина контролендә буласаҡ,--тине БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Баширов.
-- Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса Яҡутиянан ҡайтҡан 400 кешене ҡабул итәбеҙ. Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Уларҙың барыһы ла Яҡутияла тест тапшырҙы һәм улар ыңғай һөҙөмтә күрһәтмәне.
Роспотребнадзор талаптарына ярашлы уларҙы ҡабул итеүгә база әҙерләнде. Егеттәргә уңайлыҡтар булдырылды, душ кабиналары булған бүлмәләр бар, туҡланыу ойошторола. Бүлмәләрҙә телевизор, һыуытҡыс, сәйнүктәр бар. Обсерватор хеҙмәткәрҙәренең дә хәүефһеҙлеге тәьмин ителде.
Вахтовиктарҙың туғандарына ла мөрәжәғәт итәм. Әлбиттә, барығыҙҙың да тиҙерәк осрашҡыһы килә. Әммә хәҙергә үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйырға кәрәкмәй. Сабыр итегеҙ. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ә һеҙҙең улдарығыҙ, ирегеҙ, ағай-эне һәм атайҙарығыҙ тураһында беҙ хәстәрлек күрәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ,--тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Читайте нас: