Башҡортостанда быйыл 85 мең төп нығынған ағас үҫентеһе ултыратыу планлаштырыла. "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы 25 апрелдә башланды. Бейеклеге 1 метр ярымдан булған ағас үҫентеләре айырыуса ҙур ҡалалар өсөн көнүҙәк. Дөрөҫ, әлегә тотош республикала тулы карантин иғлан ителгән. Эпидемиологик хәл -торошо ҡатмарлы булғанлыҡтан акцияла сикләнгән күләмдә генә халыҡ сығасаҡ. Башлыса урмансылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар йәлеп ителә.