Коронавирус пандемияһы йәмғиәт эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләренә үҙ төҙәтмәләрен, сикләүҙәр индерҙе, шул иҫәптән, мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегенә лә.
Бөгөнгө көндә уҡыусылар компьютер ярҙамында ситтән тороп уҡыу программаһын үтәй. Әммә һәр кемдең бындай мөмкинлеге юҡ.
Бөгөн, “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” проекты ярҙамында Әбүбәкер ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы кәрәкле заманса техника алып ҡыуанды. Наталья Лебедева етәкселегендә Федоровка ауыл биләмәһе депутаттары изгелек акцияһы сиктәтендә уҡыусы ҡыҙға IRBIS TZ725 планшетын бүләк итте.
Һәр район кешеһе, ойошмалар мохтаж ғаиләләргә компьютер, ноутбук йәки планшет тапшырып, “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһында ҡатнаша ала.
Районда яңы йәки файҙаланыуҙа булған электрон ҡоролмалар Аҡъяр ауылы, С.Юлаев проспекты, 20/1 адресы буйынса ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон: 2-26-20.
Мәғариф идаралығы телефоны: 2-24-06.
Бушлай электрон техникаға мохтаж булғандар исемлеге район мәғариф идаралығында төҙөлә.
Мәғлүмәт Тимур Рәмовтың шәхси сәхифәһенән алынды