Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
29 Апрель 2020, 17:24

Изге һөнәр эйәһе

-

5 май – Халыҡ-ара акушерҙар көнө
Сабый донъяға килеү – һәр кемдең, айырыуса ҡатын-ҡыҙ ғүмерендә була торған иң ҡыуаныслы ваҡиға. Нәҫелде дауам иттереү ысулы ғына түгел, был донъяла үҙебеҙҙең кемгәлер кәрәк булыуыбыҙҙы тойоу мөмкинлеге лә. Акушер һөнәренә эйә булған кеше бала тыуыу процесында туранан-тура ҡатнаша һәм әһәмиәтле роль уйнай. Ғәҙәттә был изге һөнәрҙе ҡатын-ҡыҙ һайлай, сөнки наҙ, изге күңеллелек, кеше хәленә инеү һәм башҡаларҙың ғүмере өсөн ғәйәт ҙур яуаплылыҡ тойоу нәҡ гүзәл заттарға хас сифаттар.
Беҙҙең район дауаханаһында ла бөтә ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған тәжрибәле акушерҙар бар. Шундайҙарҙың береһе – Аҡъяр үҙәк дауаханаһының бала табыу бүлеге акушеры Ризида Торомтаева. 30 йыл эшләү дәүерендә күпме ҡатын-ҡыҙ уның ярҙамы менән әсә булыу бәхетен татыған, күпме сабый уның ҡулдарының наҙын тойған. Йөклөлөк осоронда, төрлө ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн гүзәл заттарға ул биргән файҙалы кәңәштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Мәҡәләнең тулы варианты менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите һандарында танышырға мөмкин.
Читайте нас: