Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
29 Апрель 2020, 17:35

Бергә булған һәр мәл ҡәҙерле уларға

-

Ғаилә - йәмғиәттең бер өлөшө. Татыу ғаиләләр күп икән, йәмғиәттә ныҡлы һәм көслө була. Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы,тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Һуңғы айҙа бигерәк тә коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле илебеҙҙә үҙизоляция режимы индерелеп, күп ата-әсәләргә ваҡыттарын балаларына һәм ғаиләһенә бүлергә мөмкинлек бирҙе. Әлбиттә, үҙизоляцияның ыңғай яғы ла, кире яғы ла бар. Әммә нисек кенә булмаһын, был афәттең бөтә донъя кимәлендә ялмап алыуы күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ирек һәм Юлиә Ғәлиевтарҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләнә. Өлкәндәре Искәндәр Аҡъяр тау колледжы студенты, Зөлхизә менән Исмәғил башланғыс кластар уҡыусыһы, Зөләйха балалар баҡсаһында уҡыуға әҙерлек төркөмө тәрбиләнеүсеһе, быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Кескәй Зөһрәгә иһә 8 ай. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: Ғәлиевтар балаларының һәммәһенә лә матур һәм мәғәнәле башҡорт исемдәрен ҡушҡан. Был күп балалы татыу ғаилә үҙизоляцияны нисек үткәрә икәнлеген белеү өсөн хужабикәгә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
Мәҡәләнең тулы варианты менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите һандарында танышырға мөмкин.

Читайте нас: