Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында ҡəҙимгенəн күберəк
көс түгерһегеҙ, ахыры. Алдан
уйлаған эштəрегеҙҙе тулыһынса
башҡара ла ал маҫһығыҙ, бəлки.
Ҡайһы саҡ үҙ эшегеҙҙе ситкə ҡуйып,
башҡаларға ярҙам итергə тура
килер, моғайын.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һəйбəт осор. Уңайлы мəлдəрҙең
дүшəмбе һəм йомала булыуы
мөмкин. Кемдер тап ошо арала
күптəн күңелен ҡырған мəсьəлəне хəл итə алыр. Башҡарған эштəрегеҙ ҡəҙимгенəн күп көс-ваҡыт талап
итер. Үҙегеҙгə ял бирергə онотмағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Иң өмөтлө көндəрегеҙ – шишəмбе һəм шаршамбы. Һəлəтегеҙҙе күрһəтеү мөмкинлеге булыр. Тик
онотмағыҙ, уңыштарығыҙҙың бəғзелəргə оҡшамауы ла ихтимал. Ҡырын ҡараш, һеҙҙең турала юҡ-бар
хəбəр ҡырҡа күбəйер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башы ҡыйынлыҡ килтерер. Тик шиклəнмəгеҙ: уны еңеп сығырһығыҙ. Күңел тыныслығын һаҡлай
алһағыҙ, бөтə маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Кесе йомала яҡындарығыҙ менəн низағтар, үпкəлəшеүҙəр ҙə
булыуы мөмкин, түҙемлерəк булығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор барышында һеҙҙəн үтə иғтибарлы булыу талап ителə. Күҙгə артыҡ салынмаған нəмəлəр ҙə аҙаҡ
үҙҙəре хаҡында белдерер. Шаршамбыла үҙгəреүсəн хəлдəр көтөлə. Яҡын килəсəккə ҡорған
маҡсаттарығыҙҙы үҙгəртергə лə тура килер, бəлки.
Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Уйламаған мəшəҡəттəр эсегеҙҙе бошорор. Үҙегеҙҙе ҡулда тотоу еңел булмаҫ. Был арала башҡалар
менəн мөһим мəсьəлəлəрҙе тикшермəҫкə ҡушыла. Кесе йомалағы хəбəр күңелегеҙҙе күтəрер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна төрлө борсолоу, икелəнеү кил терер. Был арала күңел тыныслығын һаҡлай алмаҫһығыҙ. Ғөмүмəн,
əллə ни ҙур уңыштарға өмөт итмəгеҙ. Лəкин һиҙелерлек юғалтыуҙар ҙа булмаҫ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙе көсөргəнешле аҙна көтə. Əгəр тырышлыҡ күрһəтһəгеҙ, ул бер юлы файҙалы ла үтəсəк. Юҡ-бар
эштəрегеҙҙе ситкə ҡуйып, иң мөһимдəренə генə тотоноғоҙ. Кесе йомала ышаныслы кеше һиҙелерлек
ярҙам күрһəтер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мəл килəсəккə уй-маҡсаттар төҙөү өсөн уңайлы. Уларҙы əлегə сер итеп һаҡлауығыҙ дөрөҫ булыр. Был
арала элек булмаған урында булырға, бөтөнлəй белмəгəн мəсьəлəне хəл итергə тура килер.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Тыныс һəм файҙалы осор. Элек бөтөрмəй ҡалдырған эштəрегеҙҙе ашыҡмай ғына тамамлап ҡуйырға
форсат сығыр. Бəғзелəр етди ҡағыҙҙарҙы тəртипкə килтерер. Кемдер бик күптəн ҡылған изгелеге өсөн
сауап алыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Дүшəмбелə бер-бер артлы бигүк күңелле булмаған ике хəбəр ишетеүегеҙ мөмкин. Уларҙың өҫтəмə
мəшəҡəттəр тыуҙырыуы бар. Күптəргə алдан төҙөлгəн аҙналыҡ эш тəртибен боҙорға ла тура килер. Кесе
йомала уйламаған урындан аҡса алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна дəртле генə башланып китер. Хатта ялҡытҡан эштəрегеҙ ҙə ҡыҙыҡлы тойолор. Элек тотонорға
баҙнат итмəгəн мəсьəлəлəр һис тə ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ һымаҡ. Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Булған
үпкəлəшеүҙəр бөтөнлəй онотолор.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай