Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Апрель 2020, 22:20

Талпандар һөжүмгә күсте

-

Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән һәр кем тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Ә унда кешеләрҙе талпандар һағалай. Был бөжәктәрҙән тешләнеп, ҡурҡыныс сиргә юлыҡмаҫ өсөн апрель, май айҙарында иғтибарлы булыу зарур.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынһа, талпандар әүҙемләшә башлай. Талпан ҡаҙалыу осраҡтарының күбеһе – апрель-май айҙарына, һуңынан авгусҡа, сентябрь башына тура килә.
Белгестәр фекеренсә, талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм сире) республика шарттарында иң йыш күҙәтелгән һәм хәүефле инфекциялар булып тора. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар кешегә нигеҙҙә вирус менән зарарланған талпан аша күсә. Шулай уҡ вирусты ҡайнатылмаған кәзә һөтө аша ла эләктерергә мөмкин. Шуға күрә талпан энцефалиты теркәлгән биләмәләрҙә һөттө ҡайнатып эсергә кәрәк.
Шуны белеү зарур: талпандар айырыуса урман һуҡмаҡтарында күп. Уларҙы хайуандарҙың һәм кешеләрҙең еҫе йәлеп итә. Кеше талпандың тешләүен һиҙмәй, сөнки ул ауырттырмай. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙалған урын шешә, был талпанды табырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Инкубация ваҡыты 7-14 көн дауам итә.
Талпан энцефалитының тәүге билдәләре:
— ҡапыл башлана;
— ҡалтырата, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә;
— ныҡ итеп баш ауырта;
— тән ауырта, хәлһеҙлек, уҡшыта;
— бит, күҙ ҡыҙара;
— сир башланғандан алып 3-5 көн үткәс нервы системаһының ҡаҡшауы мөмкин: көҙән йыйырыу, һаташыу, аяҡтарҙа хәлһеҙлек күҙәтелә.
Талпан энцефалитының эҙемтәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Ҡайһы берҙә талпан тешләгән урын бер аҙ ҡыҙарып тора, һуңынан ул ҙурая, диаметры ун сантиметрға етеүе мөмкин. Был талпан боррелиозы менән зарарланыу тигән һүҙ.
Сирҙең ошо билдәләре беленеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был ҡурҡыныс сирҙе, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.
Төбәк ғалим-биологтары һүҙҙәренсә, ямғырҙар һәм һыуыҡтар ваҡытында талпандар аҙ әүҙем: түшәктән сыҡмай. Ҡоро эҫене лә яратмай, шуға күрә шундай һауа торошонда кәмей. Талпандар өсөн иң уңай һауа торошо – ямғырһыҙ уртаса йылы.
Тәбиғәтте яратыусыларға иң тәүҙә үҙ һаулығын ҡайғыртыу урынлы. Шуға күрә урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.
Айгөл:
-Талпандар уянып, кешегә ҡаҙала башлаған да инде. Бер нисә көн элек үҙем дә күрҙем. Бәҙрәф ҡағыҙының өҫтөндә китеп бара ине, унда нисек барып сыҡҡандыр инде. Яңыраҡ күршемдең ҡыҙына ҡаҙалып, уны дауаханаға барып алдырғандар. Шуға күрә өҫ-башты ҡарап йөрөү зарур. Хатта ишек алдын йыйыштырғанда ла улар эләгеүе мөмкин. Быйыл ҡыш йылы булыу һәм яҙ иртә килеү менән бәйле, талпандар иртәрәк уянды һәм апрель башынан уҡ һөжүмгә күсте, шуға һәммәбеҙгә лә һаҡ булырға кәрәк.
Рәшит:
-Сәләмәтлек өсөн хәүефле был бөжәктәр күптән әүҙемләште. Март аҙағында уҡ ҡыҙымдың башына талпан ҡаҙалды. Күрмәй йөрөгәнбеҙ, башым ауырта тигәс, ҡараһаҡ талпан тора. Шунда уҡ дауаханаға алып барҙыҡ һәм табиптар алып, ҡаҙалған урынды эшкәртеп, укол эшләне. Әлбиттә, талпандың ҡыҙыма зыяны теймәһен тип хафаландым. Сөнки талпан энцефалиты тураһында күп ишетергә тура килә. Башҡа ата-әсәләр ҙә тышта уйнаған балаларының да, үҙҙәренең дә өҫ-башын даими ҡарап торһон, беҙҙең кеүек булып ҡуймаһын.

Читайте нас: