Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Апрель 2020, 22:56

Фермерҙарға - гранттар

-

Республикала үҙ эшен асырға һәм үҫтерергә теләгән тырыш ауыл кешеләре өсөн ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ярҙам буйынса бер нисә дәүләт программаһы эшләй. Был дәүләт ярҙамына кемдәр иҫәп тота ала, ниндәй күләмдә аҡса бүленә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Мәғлүмәт-консультация үҙәге” учреждениеһы директоры Владик Вәлиевҡа мөрәжәғәт иттек.
“Агростартап” программаһы
Был программа башҡаларҙан шуныһы менән айырыла: унда крәҫтиән-фермер хужалығын асмаған физик шәхестәр ҙә ҡатнашыуға заявка бирә ала. Әммә грант алған осраҡта, конкурс еңеүсеһе 30 көн эсендә крәҫтиән-фермер хужалығын теркәргә тейеш. Шулай уҡ конкурс үткәрелгән йылда асылған фермер хужалыҡтарына ла конкурста ҡатнашырға рөхсәт бирелә.
Һөтсөлөк йәки ит йүнәлешендәге эре мөгөҙлө малды үрсетеүгә грант суммаһы 5 миллион һумға, ҡалған йүнәлештәргә – 3 миллион һумға тиклем. Әгәр дәғүәсе “Агростартап” грантына документтар биргән саҡта кооператив ағзаһы булһа, грант суммаһы 6 һәм 4 миллион һумға тиклем арттырыла. Әммә был осраҡта 25-тән 50 процентҡа тиклем грантты кооперативтың бүленмәгән фондына индереү мөһим.
Грант софинанслау шарттарында бирелә, йәғни минимум 10 процент дәғүәсенең шәхси аҡсаһы. Шулай уҡ уның һалымдар буйынса бурысы булмаҫҡа һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге осоронда 3 йыл дауамында 6 ай артмаҫҡа тейеш.
Грантты нисек ҡулланырға?
Грант сараларына ауыл хужалығына тәғәйенләнгән ерҙән участка һатып алырға, проект документацияһын эшләргә, бина ремонтларға, һатып алырға, төҙөргә, бинаны инженер инфраструктураға тоташтырырға, малы һәм ҡош-ҡорт, балыҡ үрсетеү материалын, ауыл хужалығы техникаһын, ҡорамалдар һатып алырға мөмкин.
Конкурс еңеүсеһенә түбәндәге талаптар ҡуйыла: крәҫтиән-фермер хужалығы 5 йыл дауамында ябылмаҫҡа тейеш, әгәр грант суммаһы 2 миллион һумдан артһа, минимум 2, әгәр әҙерәк булһа, 1 эш урыны булдырыу мөһим. Яңынан булдырылған эш урындары 5 йыл дауамында һаҡланырға тейеш.
Яңы эш башлаусы фермерҙарға тағы бер программа бар. Ул “Яңы эш башлаусы фермер” тип атала. Бында ла дәғүәсегә талаптар “Агростартап”тағы кеүек. Максималь грант суммалары ла шулай уҡ: һөтсөлөк йәки ит йүнәлешендәге эре мөгөҙлө малды үрсетеүгә -- 5, ҡалған йүнәлештәргә 3 миллион һум. Айырмаһы шунда: конкурста ҡатнашыуға крәҫтиән-фермер хужалығын асҡандар, әгәр теркәлгән ваҡыттан 2 йыл үтмәһә генә рөхсәт ителә.
2 йылдан ашыу эшләгән фермер хужалыҡтары өсөн “Ғаилә фермаһы” программаһы бар, уның буйынса һөтсөлөк йәки итселек йүнәлешендәге эре мөгөҙлө малды үрсетеүгә максималь грант суммаһы 30 миллион, ҡалған йүнәлештәргә 21,6 миллион һум тәшкил итә. Үҙеңдең финанс саралар 40 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Был сараларҙы проект документацияһын эшләүгә, ферма ремонтлауға, төҙөүгә, һатып алыуға, ферманы ҡорамалдар менән комплектлауға һәм мал һатып алыуға тонорға мөмкин.
Грант алғандан һуң, фермер хужалығы шулай уҡ 5 йыл дауамында ябылмаҫҡа тейеш. Минимум 3 эш урыны булдырырға һәм уны ла 5 йыл һаҡларға кәрәк буласаҡ.
Был грантты бер нисә тапҡыр алырға мөмкин. Әммә алдағы грантты тулыһынса эшкә ебәреүгә 2 йыл үткән булырға тейеш.
Кооперативтарға дәүләт ярҙамы
Кооперативтарға 2 грант ярҙамы күрһәтеү программаһы эшләй. Беренсеһе – “Килем килтереү проектын тормошҡа ашырыуға ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә грант”.
Конкурс 2 этапта үткәрелә. Был программаның 1-се этабында ҡатнашыу өсөн инициатив граждандар төркөмөн йыйыу (уның составы 10 ағзанан да кәм булмаҫҡа тейеш, улар шәхси ярҙамсы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар) һәм кооператив ниндәй эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнәсәге тураһында ҡарар итеү, грант аҡсаһына алынасаҡ милек теҙмәһен төҙөү мөһим.
Максималь грант күләме – 3 миллион һум. Инициатив төркөм яғынан софинанслау шарты 9 проценттан да кәм түгел. Был сараларҙы кооператив пайсылары йыйырға тейеш.
Грант ҡорамалдар, махсус техника, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә тәғәйенләнгән каркас-тент биналар өсөн металл конструкцияларын һатып алыуға бирелә.
Әгәр инициатив төркөм 1-се этапты үтһә, улар рәсми рәүештә кооперативты теркәйҙәр, иҫәп асалар, проекттың дөйөм хаҡынан 9 проценттан кәм булмаған күләмдә үҙ аҡсаларын күсерәләр, бизнес-план әҙерләйҙәр һәм 2-се этапҡа документ тапшыралар. Һөҙөмтәлә конкурс еңеүселәре – грант алыусылар билдәләнә.
Бер йылдан ашыу эшләп килгән кооперативтар өсөн “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү” программаһы бар. Бында максималь грант суммаһы - 70 миллион һум, шәхси финанс саралар 40 проценттан да кәм түгел.
Грант алыусылар нисек һайлана?
Бөтә программалар буйынса һайлап алыу республика Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы тарафынан конкурс нигеҙендә балл системаһы буйынса үткәрелә. Ауыл хужалығында хеҙмәт стажы булған йәки һуңғы 3 йыл дауамында шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған, урта махсус йәки юғары ауыл хужалығы белеме, 5 йылдан кәм булмаған милектә йәки ҡуртымда ауыл хужалығына тәғәйенләнгән ер участкаһы булған (Росреестр аша теркәлгән) һәм әңгәмәләшеүҙә бизнес-планын уңышлы яҡлаған дәғүәселәргә өҫтөнлөк бирелә.
Әйткәндәй, һәр программа буйынса тулы мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт-консультация үҙәгенә, йәғни район хакимиәтенә, ауыл хужалығы бүлегенә (1 ҡат, 39 кабинет) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Телефон: 8(34758) 2-11-45.
Читайте нас: