Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Апрель 2020, 20:54

ЕҪ ҺИМЕРТӘ ЛӘ, ЯБЫҠТЫРА ЛА

.

Ғалимдар тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә еҫ менән организмда май йыйылыу араһында бәйләнешен тапҡандар. Тикшереүҙәр Nature Communications журналында баҫтырылған.
Әлегә тиклем тикшереүселәр еҫ тойоу һәм матдәләрҙең алышыныуы араһында бәйләнеш барлығы тураһында дәлилләй алған ине, әммә уның механинзмы әлегә тиклем билдәһеҙ ҡалды. Кешенең танауында 450 төр еҫ һиҙеү рецепторы бар һәм улар триллиондан ашыу еҫ айыра алыуы тураһында билдәләнә. Эксперттар селәүсендәр өҫтөндә бер нисә тәжрибә яһай, сөнки уларҙың нерв системаһы күҙәнәктәргә бүленгән һәм уларҙың өс пар еҫ тойоү нейроны бар. Еҫтең төрөнә ҡарап уларҙың ҡайһы бер нерв күҙәнәктәре туҡталып ҡала йәки киреһенсә уянған булған.
Эксперемент һөҙөмтәһендә ҡайһы бер нейрондар әүҙемләшеп киткәндә һимерә башлауға йоғонто яһағаны, ә икенселәре майҙы яндырыуға сигнал биреүе асыҡланған. Бынан тыш ғалимдар нерв күҙәнәктәренә матдәләрҙең алмашыныуын әүҙемләштереүсе айырым еҫтәрҙе һайлап ала алғандар.
Алда билдәһеҙ булып һаналған механизм нейропептид FLP-1 ярҙамында тоҡанған булып сыҡҡан, тап ул еҫ тойоуға яуаплы нерв күҙәнәктәрендә бүленә лә инде. Биохимик реакциялар һөҙөмтәһендә гендар эшмәкәрлегендә үҙәгерштәр барлыҡҡа килә, улар майҙарҙың алмашыныуын көйләй. Шул уҡ ваҡытта йәнлектең туҡланыуы үҙгәрмәй, йәки организм шул уҡ күләмдә калорий ала, әммә еҫтәрҙең төрөнә ҡарап ул нығыраҡ һимергән, йәки киреһенсә ябыҡҡан.
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: