Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Апрель 2020, 22:40

Берҙәм дәүләт имтиханы: яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр

-

Уҡыу йылы тамамланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Оҙаҡламай мәктәп уҡыусылары йәйге каникулға таралашасаҡ. Ошо мәлде балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә түҙемһеҙләнеп көтә. Йәшерен-батырын түгел, беҙ, өлкәндәр, балалар менән үҙебеҙ ҙә уҡыуға йөрөгәндәй. Уларҙың ҡаҙанышы – беҙҙең уңыш, хәстәрҙәре – беҙҙең борсолоуҙар. Берҙәм дәүләт имтиханы – борсолоуға сәбәп биргән ваҡиғаларҙың береһе. Башҡалар йәйге ял көткән арала сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ошо һынауға әҙерләнә. Белеүебеҙсә, илдә барған коронавирус менән бәйле хәлдәр быйылғы дәүләт имтихандарын күсерергә мәжбүр итә. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн район мәғариф идаралығы белгесе Миңлегөл Кинйәбулатоваға мөрәжәғәт иттек.
БДИ-ны үткәреү ваҡыты аныҡлана
Быйыл БДИ бөтә ил өсөн берҙәм теҙмә буйынса үтәсәк. Илебеҙҙә барған эпидемиологик хәл менән бәйле, имтихандарҙы үткәреү ваҡыты күсерелеп, 8 июнгә планлаштырылды. Әлеге мәлдә яңы расписание проекты йәмәғәт фекер алышыу өсөн баҫтырылды. Әммә беҙ әле ҡасан имтихандар башланыуы хаҡында аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ. Июнь башына планлаштырылған имтихан тапшырыу ваҡытында ла үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә сабыр булырға, уҡыусыларға имтихандарға әҙерләнеүҙән туҡтамаҫҡа кәрәк. Сөнки дәүләт имтихандары мотлаҡ рәүештә буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарын дистанцион формала үткәреү мөмкин түгел, сөнки унда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе өсөн дә тигеҙ шарттар булырға тейеш. Был замана мәғариф системаһының төп бурыстарының береһе.
Үҙ аллы әҙерләнеү мөһим
Әлбиттә, имтихандарға үҙ аллы ентекле әҙерләнеү мөһим. Бының өсөн уҡыусыларға шәмбе көндәрендә республика Мәғариф министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты линиялары буйынса онлайн-консультациялар үткәрелә, бөтә предметтар буйынса республика комиссиялары эксперттары лекциялар уҡый. Шулай уҡ педагогик үлсәүҙәр федераль институты сайтында имтихандарға үҙ аллы әҙерләнеү өсөн төрлө материалдар ҡуйылған. Яҡын арала был маҡсатта методик тәҡдимдәр ҙә баҫыласаҡ. Бынан тыш, 11-се һәм 9-сы сығарылыш класс уҡыусылары имтиханға әҙерләнһен өсөн педагогик үлсәүҙәр федераль институты быйылғы берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарының бер-ике эш вариантын ҡуйырға планлаштыра. Шулай уҡ республиканың Мәғариф министрлығы сайтында, Бәйләнештә социаль селтәре төркөмөндә белгестәр һәм район уҡытыусылары тарафынан һәр предмет буйынса көн һайын консультациялар бирелә. Районда онлайн ресурс үҙәк эшләй. Унда сығарылыш класс уҡыусылары белем кимәлдәрен күтәреү өсөн уҡытыусылар менән онлайн шөғөлләнә ала.
Үҙгәрештәр булмаясаҡ
Шуны әйтергә кәрәк, имтиханды үткәреүҙә үҙгәрештәр булмаясаҡ. Барыһы ла элеккесә, имтихан көндәре араһындағы арауыҡ та шул көйө ҡала. Дөйөм алғанда, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу бер ай тирәһе ваҡытты аласаҡ. Быйыл сығарылыш класс уҡыусыларының имтиханға әҙерләнеү ваҡыты күберәк булғанға күрә, мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт БДИ-ның уртаса балы күтәрелеү ихтималлығын иҫкәртә. Шуға күрә быға иғтибар итеү мөһим.
9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы
9-сы кластарҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына килгәндә, уны берҙәм теҙмә сиктәренән тыш үткәреү мөмкинлеге ҡарала. Әммә эпидемиологик хәл ҡатмарлашһа, төбәктәргә имтихандар теҙмәһен үҙҙәренә билдәләү мөмкинлеген биреү варианты ҡарала. Шулай уҡ махсус һәм юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙы ҡабул итеүҙә лә дәүләт имтихандарының үткәрелеү ваҡыты иҫәпкә алынасаҡ. Был ваҡыттар бөтә ил өсөн берҙәм буласаҡ һәм һәр абитуриент тигеҙ шарттарҙа ҡабул ителәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, БР мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл 9-сы класс сығарылыш уҡыусылары өсөн төп дәүләт имтихандары рус теле һәм математиканан ғына буласаҡ. Йәғни предметты һайлау буйынса имтихандар үткәрелмәй. Имтихандарҙы 8 июндән 31 июлгә тиклем үткәреү ҡарала.
Тағы ла шуны әйтергә теләйем: уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҙә БДИ-ны һәм төп дәүләт имтихандарын үткәреү буйынса мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, БР Мәғариф министрлығының рәсми мәғлүмәттәренә генә таянһындар. Әлбиттә, тыныслыҡ һаҡлаһындар, имтиханға әҙерләнһендәр. Барыһы ла яйға һалынасаҡ һәм яҡшы буласаҡ.
Читайте нас: