Ваҡыт барыһын да дауалай, тиҙәр. Тик бына Вәлимә генә быға бер нисек тә инана алманы. Биш йыл үтһә лә, яратҡан кешеһе әле һаман күҙ алдынан китмәй, уйҙары бары уның хаҡында. Артыҡ йәш тә түгел үҙе, ә күңел барыбер юҡһына.
...Хатта ҙур ҡалала ла ҡасандыр таныш кешеләр ҡапыл уйламағанда осраша. Бына Вәлимә лә Хәсән менән бөгөн һис көтмәгәндә күреште. Ҡатын ҡабалана-ҡабалана эштән ҡайтып бара ине. “Хәҙер фатирға инәм, тиҙ генә ашарға әҙерләйем”, – тип уйлап китеп бара ине ҡатын. “Өләсәй, әйҙә, һөйләшәйек әле. Һин минең серемде бер кемгә лә әйтмәҫһең бит?” – тип ейәнсәре лә йүгереп, килеп һыйыныр...”
Бөгөн көн бигерәк матур шул: йомшаҡ ҡына ҡар бөртөктәре ҡатындың битен иркәләй, керпектәренә ҡуна. Урам буйлап ҡабаланып китеп барған Вәлимә ҡапыл алдына ҡараны ла, һиҫкәнеп китте: ҡасандыр үҙе ғашиҡ булған, әле лә уны онота алмаған Хәсән тора бит! “Сәләм, Вәлимә!” – тине ул. Бындай осрашыуҙы һис көтмәгән ҡатын: “Хәсән, һинме ни? Һаумы”, – тип яуапланы, бер аҙ ҡаушап. “Әйҙә, урамда торғансы, эргәлә генә кафе бар. Шунда барып сәй эсәйек, һөйләшәйек. Бына был, исмаһам, осрашыу! Ҡалаға оҙаҡҡа килмәнем. Ейәнсәрең тыуған тип ишеткәйнем”, – тип һөйләнде ир ҡыуанысынан туҡтауһыҙ.
Күптән күрмәгән кешеңде осратыу ҡалай ҡыуаныслы икән, тип уйланы ҡатын. “Хәҙер районда йәшәйем. Хәтерләйһеңме? Умарталығым бар ине бит әле. Дачамды һатып, шунда йорт һалдым, мал-тыуар тотам. Фермер мин хәҙер”, – тине ир. “Шул ауылдан ҡатын да алғанһыңдыр?” – тип һораны ла Вәлимә, тулҡынланыу менән яуапты көттө. “Юҡ, Әлиәм минең – ҡала ҡыҙы”, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы ир, күҙҙәре хатта осҡонланып китте. “Ҡатыным Өфөнән икән тип тә әйтмәҫһең, шул тиклем бөтмөр, уңған, тырыш, хатта мал-тыуар менән уртаҡ телде тиҙ тапты, һыйыр ҙа һауа....” – тип туҡтаһыҙ маҡтаны ла маҡтаны Хәсән ҡатынын...
“Ҡасандыр миңә ҡарағанда ла күҙҙәрендә ошолай, әлеге кеүек осҡон уйнай ине бит. Бына әлеге ҡатыны хаҡында һөйләгәндәге кеүек....” – тип уйға батты Вәлимә. Бынан биш йыл элек уны ла Хәсән ауылға йәшәргә саҡырғайны, тик ниңәлер ризалашманы шул. Ир шым ғына китте лә юғалғайны ошо көндән һуң. “Ул тапҡан икән үҙенең икенсе яртыһын. Ҡатыны үҙен ныҡ яраталыр, юғиһә баш ҡаланан районға йәшәргә күсмәҫ ине. Тимәк, ул Хәсәнде һөйә инде. Ә мин улайһа яраттыммы икән уны?” – тип уйға батты ҡатын. Был хаҡта ул өйгә ҡайтҡас та уйланды. Күҙ алдынан Хәсән китмәне. “Юҡҡа ғына уның менән бергә ауылға йәшәргә күсенмәнем бит”, – тип үкенде хәҙер ҡатын.
Ә ул ир менән һуңғы осрашыуын йыш хәтерләй ине. Хәсән уға күстәнәскә умарталығынан хуш еҫле, татлы бал килтергән ине. Шунан алып ҡатындың өҫтәленән ошо шифалы аҙыҡ өҙөлмәне. Ул ошо ғүмеренең бер матур мәлен хәтергә төшөрә ине. Тик бына бөгөн уның тәме татлы түгел, әсе тойолдо...