Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Апрель 2020, 16:50

“ТАМАША” ЖУРНАЛЫНДА - ЯҢЫ БАШ МӨХӘРРИР

.

Илшат Булат улы Зарипов Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2005 йылдан алып 2015 йылға тиклем “Шоңҡар” йәштәр журналында хәбәрсе, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Артабан “Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто” дәүләт-унитар предприятиеһының “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры урынбаҫары була.
Илшат Зарипов - Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре.
Журналдың элекке баш мөхәррире Сөләймән Латипов хаҡлы ялға китте.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: