Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Апрель 2020, 16:57
ПУТИН 1 МАЙҒА ТИКЛЕМ ЙЫЛЫНА 6,5% МЕНӘН ЛЬГОТАЛЫ ИПОТЕКА ПРОГРАММАҺЫН РАҪЛАРҒА ҠУШТЫ
.
Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә 1 майға тиклем йылына 6,5% менән льготалы ипотека программаһын раҫларға ҡушты, тип хәбәр итте
«Известия»
.
Ошо программа сиктәрендә 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем төбәктәрҙә 3 миллион һумға тиклем беренсел торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ипотека кредитының суммаһы 8 миллион һумға тиклем арттырылды.
Бынан тыш, Владимир Путин 20 майға хәтлем төҙөлөштө коронавирустан айырыуса ныҡ зыян күргән тармаҡтар исемлегенә индереү тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Шулай уҡ Рәсәй президенты 1 майға тиклем төҙөүселәргә стандарт торлаҡ һатып алыу өсөн 50 милилард һум күләмендә «Дом.РФ» йәмғиәтенә дәүләт гарантиялары тапшырырға ҡушты.
"Башинформ"
http://www.bashinform.ru/news/1442751-putin-poruchil-k-1-maya-utverdit-programmu-lgotnoy-ipoteki-pod-6-5-/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?