Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Апрель 2020, 16:36

“Хәтер баҡсаһы” акцияһында һин дә ҡатнаш!

.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәреү тураһында"ғы указына ярашлы, мартта “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт алғайны. Уның маҡсаты – Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион ватандашбыҙ хѳрмәтенә 27 миллион тѳп ағас ултыртыу. Сара башланғандан алып 5,5 миллион тѳп ағас ултыртылған да ине.

Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, акцияның форматы үҙгәрҙе, хәҙер ул #СадПамятиДома флешмобы итеп уҙғарыла. Сарала ҡатнашҡандар үҙҙәренең баҡсаһында, ауылында йәки йәшәгән урынында ағас ултыртып, уны садпамяти2020.рф рәсми сайтындағы акцияның картаһында нѳктә итеп ѳҫтәй һәм һуңынан ағас ултыртыу турһындағы фотоһын һалып, кемгә бағышланыуы тураһындағы тарихын яҙып, #СадПамятиДома хештегы менән социаль селтәргә ҡуя ала.

Акцияны ойоштороусылар ололарҙан, мәктәп уҡыусыларынан, урмансылыҡ етәкселәренән мѳһим экологик акцияны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын һорай. Сарала ҡатнашҡандарҙың электрон сертификат алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн садпамяти2020.рф рәсм сайтында теркәлеү шарт.

Шулай уҡ үҙегеҙҙең кемгә бағышлап ағас ултыртыуығыҙ тураһында яҙып, “Хәтер баҡсаһы”ның видеояҙмаһын, фотоһы һалып, исем-шәрифегеҙҙе, тѳбәгегеҙҙе, мәктәп урмансылығын күрһәтеп, [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ.

#СадПамятиДома

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: