Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Апрель 2020, 17:04

ҠАЙЫН ҺЫУЫ ФАЙҘАЛЫ

.

Ҡайын һутының составы бик бай. Унда эфир май­ҙары, витаминдар, тиҫтә­ләгән органик кислота бар.
Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Шифалы һыу организмда матдәләр алмашыныуын яйға һала. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта.
Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйлай. Ҡан баҫымын да тигеҙләй.
Ҡайын һыуын йыйыр өсөн ағасты бер урын­дан ике-өс санти­метр тәрәнлектә тишә­ләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишел­гән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин.
Тишек яһау өсөн бырауҙан да яҡшыраҡ әйбер юҡ. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Берүк балта ҡулланмағыҙ. Был осраҡта яраны ҡаплау һөҙөмтә бирмәйәсәк.
"Йүрүҙән" гәзите
Читайте нас: