Бәғзе бер намыҫһыҙ әҙәмдәр әлеге ҡатмарлы хәл-торошто файҙаланып, аҡса эшләргә маташа.
Мутлашыусылар телефондан шылтырата һәм үҙҙәрен банк, социаль тәьминәт, Пенсия фонды хеҙмәткәре һ.б. тип таныштыра. Улар ҙур ғына суммала компенсация йәки матди ярҙам тейеш булыуы хаҡында белдерә. Уны күсереү өсөн банк картаһының номеры һәм арт яғындағы өс һан кәрәк, тиҙәр.
Нимә эшләргә? Таныш булмаған кешеләр менән телефондан һөйләшмәгеҙ. Мутлашыусылар кеше психологияһын бик яҡшы белә, улар өсөн тәүге бәйләнеште булдырыу ғына мөһим: артабан һеҙҙең ышанысты яулап алалар һәм рәхәтләнеп башты бутайҙар.
Ниндәйҙер пособие һәм ташлама юллау өсөн аҡса түләргә, карта иҫәбен бирергә кәрәкмәй, пенсионерҙарға һәм ветерандарға барлыҡ түләүҙәр тейешле органдар тарафынан тәғәйенләнә!
Шулай уҡ ҡайһы бер ҡалаларҙа фатирҙар буйлап аҡ комбинезон, битлек, күҙлек кейгән, сумка аҫҡан мутлашыусылар йөрөй башлаған. Улар фатирҙы коронавирустан дезинфекциялау алымы тәҡдим итә. Был «хеҙмәт» яҡынса 5000 һум тора. Ҡайһы бер алдаҡсылар үҙҙәрен «табип» тип таныта һәм сирҙән түләүле вакцинация яһарға, анализдар алырға тәҡдим итә.
Был осраҡта ла ишекте асмаҫҡа, фото төшөрөргә һәм полицияға ебәрергә. Санэпидемстанция подъездарҙа ғына дезинфекция сараһы үткәрә. Фатирҙар буйлап йөрөүселәр – мутлашыусылар! Коронавирустан вакцина әлегә юҡ, ә тестарҙы дауаханаларҙа һәм ҡайһы бер шәхси лабораторияларға ғына эшләйҙәр.
Һаҡ булығыҙ! Осраҡлы мутлашыусыларға ышанып, алданып ҡуймағыҙ!
Автор: Фариза Сафаргалина.
https://zori102-b.rbsmi.ru/news/Mut-keshel-r-to-a-ina-el-g-k-rm-ge-229239/