Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Апрель 2020, 23:23

ЙӘШЕЛСӘ МЕНӘН ҺЫЙЫР ИТЕНӘН

.

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 680 грамм һыйыр ите, ике аш ҡалағы он, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, бер стакан һурпа, башлы һуған, алты картуф, ике кишер, ике сельдерей һабағы, ҡара борос кәрәк.
Тәүҙә итте турап, онда әүәләйбеҙ. Табаға үҫемлек майы һалып, итте ҡыҙҙырабыҙ. Шунан һурпа һәм ваҡланған һуған ҡушабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, ҡапҡасын ябып, талғын ғына утта бер сәғәт бешерәбеҙ. Артабан туралған йәшелсәләр һәм борос өҫтәп, ҡапҡасын ябып, тағы ла 30 минут тирәһе быҡтырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Alimero.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: