Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Апрель 2020, 23:52

Тинде тингə ялғап йыйылған байлыҡ

.

Ғəлимə инəйҙең һыҡмырлығын
ауыл халҡы бер аҙ арттырып,
үҙҙəренəн өҫтəй биреп, легендаға
əйлəндереп һөйлəй. Имеш, ул
сəйенə кəнфит ҡушмай, ə ҡарап
ултырып ҡына эсə. Боросто ла
дөйөм ҡаҙандағы ашҡа һала
икəн, йəнəһе, һəр кем үҙ
тəрилкəһенə һалһа, күп китə.
Улай тиклемен үк белмəйем,
əммə атай-əсəйемдəр менəн
аралашҡан саҡта уның һаран
булыуына күп тапҡыр аптырарға
тура килде.
Ғəлимə инəйҙең һыҡмырлығын
ауыл халҡы бер аҙ арттырып, үҙҙəренəн өҫтəй биреп, легендаға əйлəндереп һөйлəй. Имеш, ул
сəйенə кəнфит ҡушмай, ə ҡарап ултырып ҡына эсə. Боросто ла дөйөм ҡаҙандағы ашҡа һала икəн,
йəнəһе, һəр кем үҙ тəрилкəһенə һалһа, күп китə. Улай тиклемен үк белмəйем, əммə атай-əсəйемдəр
менəн аралашҡан саҡта уның һаран булыуына күп тапҡыр аптырарға тура килде.
Ике өй аша ғына йəшəгəн ғаилə менəн беҙ тəүге йылдарҙа артыҡ аралашмай инек. Уға электр үтеге
сəбəпсе булған. Ауылға ут күптəн үтеүенə ҡарамаҫтан, Ғəлимə инəйҙəр һаман да ҡуҙ үтеген ҡулланған.
Мəктəпкə ҡабаланған ике ҡыҙы йүгереп килеп, беҙҙəн электр үтеген алып киткəн. 2–3 көндəн дə кире
килтермəгəс, əсəйем, ул саҡта йəш килен, һорап барған. Хужабикə бер ни булмағандай ватыҡ үтекте
сығарып биргəн дə: “Фəрит ағайың, аҡса яуы итеп алғанһығыҙ, тип вата һуҡты. Былай ҙа үткəн ай өсөн 80
тингə күберəк түлəү килгəненə ут йотоп йөрөй ине. Килен, инде бала-саға һорай тип, бындай йомош
бирмə!” – тигəн. Көн һайын тигəндəй коммунистар йыйылышына йөрөгəн атайымдың күлдəк-салбарын
үтеклəргə кəрəккəндəн генə, бер айлыҡ эш хаҡына алған яңы үтеген йəллəп, əсəйем илап ҡайтҡан. Шунан һуң байтаҡ йылдар ике ғаилə аралашманы.
Аллаға шөкөр, беҙ үҫкəндə мохтажлыҡ кисермəнек. Атайым колхозда юғары вазифа билəне, əсəйем дə
мəктəптə эшлəгəс, аҡсанан өҙөлмəнек. 90-сы йылдарҙа баҙар иҡтисады үҫешə башлағас, оло баҡсала
йəшелсə-емештəр үҫтереп, дүрт баш һыйырҙың ағын эшкəртеп, бройлер тауыҡ, иртə өлгөргəн өйрəк
аҫрап, уларҙы яҡындағы ҡалаға алып барып һата башланыҡ. “Помещик” тигəн ҡушаматты ғаилəбеҙгə
Ғəлимə инəй менəн Фəрит олатай ҡушты. Аҙаҡ инде беҙҙəн күреп, ауылда күплəп мал аҫраусылар,
гектарлап бəрəңге сəсеүселəр артты.
Мин мəктəпте тамамлаған йылда ҡапыл ғына йөрəк өйəнəге менəн Фəрит олатай мəрхүм булып ҡуйҙы.
Ҡыҙҙары институтта уҡып йөрөгəс, Ғəлимə инəй иптəшкə тип мине йыш ҡына үҙҙəренə йоҡларға алып
ҡайта ине. Шул саҡтағы ҡыҙыҡтар һаман да иҫтə.
– Нисə сынаяҡ сəй эсəһең?– тип һорай сəйнүгенə һыу ҡойорҙан алда. Мин нимə тип яуап ҡайтарырға
белмəйем. Сөнки көнө буйы эш йə уйын менəн əүрəп, йүнле режим юҡ. Асыҡһам, ултырып ашайым,
аппетит ҙур. Ə телəк булмаһа, өҫтəл янына барып та урамайым. Ҡайһы саҡта ҡайнар аштан һуң сəй
эсмəйенсə тороп китəм дə, берəй сəғəттəн сəй табыны ҡорам. Татлы ҡамыр ашы булһа, сəй күберəк
эселə. Ҡыҫҡаһы, сама тигəн нəмə миндə юҡ. Шуға күрə тəүҙə нимə тип əйтергə лə белмəнем.
– Ике сынаяҡ...
Ғəлимə инəй сəйнүккə дүрт сынаяҡ һыу үлсəп һалды ла, ҡуҙ өҫтөнə ултыртты. Ул ҡайнап сығыуға ҡалаҡ
осо менəн сəй һалды, бер аҙҙан уны сынаяҡтарға ҡоя башланы. Күҙ алдыма əсəйемдең сəй яһауы килде.
Бəлəкəй сəйнүктəге ҡуйы, ҡып-ҡыҙыл һинд сəйен сынаяҡтарға самалап һалғас (атайым ҡаты итеп эсергə
ярата, шуға уға күберəк, өлəсəйем кисен, йоҡо оса, ти, ағайым һөтһөҙ эсə – уларға төбөнəн ҡойола,
апайыма, миңə, əсəйем үҙенə уртаса яһай, йəғни сəй һəр кемдең нисек яратыуына ҡарап ҡойола),
ҡалаҡлап һөт өҫтө ҡойола ла, йə самауырҙан, йə ҙур сəйнүктəн ҡайнаған һыу менəн сынаяҡтарҙы
тултыра. Шул турала уйлап ултырғанымда, Ғəлимə инəй алдыма ярты киҫəк икмəк телеп һалды.
– Сəйгə һалһаң, тəмле була,– тип тəрилкə менəн кипкəн алма киҫəктəре ҡуйҙы.– Ҡайнатма эшлəгəйнем,
əллə ниңə əсегəн. Үҙем ашайым ул, кеше алдына ҡуйыуы уңайһыҙ.
Иртəгəһен күршемə йоҡларға барыр алдынан əсəйҙəн һөт өҫтө, май, ярты килограмдай кəнфит һорап
алдым. Барып ингəнемдə Ғəлимə инəй сəй əҙерлəп йөрөй ине.
– Ооо, ҡыҙым күстəнəс алып килгəн. Ə мин мундирлы бəрəңге бешерҙем, хəҙер тоҙло ҡыяр менəн
ашарбыҙ!
Бер аҙҙан алдыма ярты ҡыяр, 3–4 бөртөк тыңҡауыҡтан аҙ ғына ҙурыраҡ бəрəңге һалынған тəрилкə
ҡуйҙы. Алып килгəн майҙан кескəй генə ике киҫəк ҡырҡып алып, береһен – миңə, икенсеһен үҙенə һалды
ла, ҡалғанын һыуытҡысҡа ҡуйҙы.
– Иртəгə тоҙлап ҡуйырмын, бəрəкəтлерəк булыр. Свежий килеш ашаһаң, тиҙ бөтə ул. – Сəй яһай
башлағас, инəй тағы бер аптыратты.– Ата-а-аҡ, һөт өҫтө бит был. Ҡаймаҡ кеүек, ҡайнап һыуынған һыу
өҫтəмəй булмаҫ!
Үҙебеҙҙең, шулай уҡ аралашып йəшəгəн туғандарҙың өҫтəлендə һəр саҡ икмəк-майҙың, сəй-шəкəрҙең,

ҡайнатмаларҙың күплəп ултырыуына өйрəнгəс, миңə Ғəлимə инəйҙең ҡылығы бик ситен тойолдо. Ваҡ
бəрəңгене беҙ һəр йыл һайын малға ашатабыҙ, сəйгə лə һөттөң өҫтөн генə алып ҡалабыҙ. Өлəсəйем
беҙгə күсеп килгəне бирле балдан, эремсек-ҡороттан өҙөлгəнебеҙ юҡ, көн һайын итле һурпа бешерəбеҙ.
Бəрəңгене ашап, бер сынаяҡ сəйҙе эскəс, əпəр итə башланым.
– Аһ-аһ! Кисə, ике сынаяҡ эсəм, тигəсең, һыуҙы бөгөн дə икəү итеп ҡойҙом бит! Эс тағы берҙе, əрəм итмə!
– Рəхмəт, инəй, туйҙым!
– Туйҙым тип ни, ҡайнатҡас, эсергə кəрəк инде!
Йоҡларға ятыр алдынан һорамай түҙмəнем:
– Инəй, һеҙҙең бит һыйырығыҙ бар, ə ниңə сəйгə һөтөң юҡ?
– Ике студент уҡытып, аҡса еткерə алмайым. Шуға көн һайын һөттө тапшырып торам. Быйыл май ҙа
йыйып булмаҫ инде...
Ə ҡыҙҙары Миңзиə һəм Миңлегөл апай бик ыҙаланып уҡыны. Аҡсалары юҡлыҡтан студент йылдарында
уҡ икешəр эштə эшлəп, осон осҡа ялғап көн күрҙелəр. Ҡыҙының:
– Ашау бушлай булһын тип ашханаға һауыт-һаба йыуырға урынлаштым. Ауылдан беҙгə ярты литр
ҡайнатма, 5–6 кг иттəн башҡа ризыҡ килмəй бит. Аҡса, тип бəрəңгенең бөртөгөнə тиклем һата,– тип илап
əсəйемə һөйлəгəнен үҙем ишеттем.
Ғəлимə инəй иһə, һəр кем үҙ хеҙмəте менəн йəшəргə тейеш, тигəн принципҡа таянып ғүмер итте. Апайым
институтты тамамлағас, сит илдə сəйəхəт итеп ҡайтты. “Уларҙың тормошо беҙгə булмай, ниместəрҙе
барып күрҙең ни ҙə, күрмəнең ни! Аҡса туҙҙырып йөрөп ҡайтты инде. Ай, шаштыраһың балаңды, Сəймə
килен, ай, шаштыраһың! Ул бит үҙе йөрөүе етмəгəн, беҙҙең ҡыҙҙарға насар пример күрһəтə! Һеҙҙең ни,
аҡса күп, ə мин ундай расхудты күтəрə алмайым!”– тип əллə күпме һөйлəнде Ғəлимə инəй.
Миңзиə апай уҡыуын тамамлап, ярты йыл да үтмəне, йөрөгəн егете һората килде. Тик əсəһе туй
тураһында ишетергə лə телəмəне: “Һинең бер генə файҙаңды ла күргəн юҡ əле. Ғүмер буйы уҡыттым,
инде үҙеңде үҙең ҡарарға тейешһеңдер. Əле һеңлеңə ике йыл уҡыйһы бар, минең туй үткəрер əмəлем
юҡ. Эшлə, аҡса тап, шунан кейəүгə сығырһың!” Бер аҙҙан йəштəр туйһыҙ ғына ЗАГС-та яҙылырға ҡарар
итте. Ғəлимə инəйҙең бер туған апаһы, еңгəһе, минең əсəй, тағы бер күрше ҡатын йыйылышып, кəңəш
ҡорорға киттелəр. Ниəттəре ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын булһа ла саҡырып ҡунаҡ итеү ине. Апаһы, табынға бер
һарыҡ һуйып, итен, ун мең һум аҡса бирəм, тигəс кенə риза булған ул.
Апаһының туйынан һуң уҡыуын тамамлағас, Миңлегөл апай эшкə урынлашырға тип Себер тарафтарына
сығып китте. Миңзиə апай ҙа ауылға һирəк ҡайта. Ғəлимə инəй беҙгə йыш ҡына инеп ултыра башланы.
Бер ҡайтҡанымда əсəй менəн сəй эсеп ултыралар ине, күстəнəстəремде күреп, иламһырап ҡуйҙы:
– Эй, Сəймə килен, бынау төпсөгөң дə кеше булып китте. Ана бит, студент башы менəн анау сама сəй,
кəнфит күтəреп ҡайтҡан! Минекелəр эшлəп йөрөй, бер ярҙамдары юҡ. Ошо көндə газ менəн утҡа 500 һум
түлəргə ҡағыҙ килде, мин нисек түлəргə тейеш!
– Ҡуй, Ғəлимə апай, балаларҙан өмөт итеп ултырма. Пенсияны арыу алаһың...
– Ул пенсия нимəгə етə инде? Дарыуҙар ҡиммəт, ашарға алып торам. Шул утына-газына түлəһəң, кейем
алырға ла ҡалмай инде!
Ысынлап та, Ғəлимə инəйҙең ғүмерҙə лə яңы кейем кейгəнен күргəнем булманы. Башында – мəңге күп
йыуылыуҙан уңып бөткəн шəлъяулығы, өҫтөндə – Фəрит олатайҙан ҡалған көпө, аяғында туҙып бөткəн
ойоҡбаш менəн ҡата. Уҡыуымды тамамлап эшкə урынлаштым да, тəүге эш хаҡыма атай-əсəйемə
бүлəктəр алдым. Өлəсəйем инде мəрхүмə булғайны, шуға күрə Ғəлимə инəйгə лə яулыҡ, йоҡа ойоҡбаш,
ситса күлдəк һатып алдым. Үҙемə ҡалһа, ауыл əбейҙəре өсөн тап-таман бүлəк ине. Бер ҡап сəй ҡушып
һалдым да, уны шатландырырға йүнəлдем. Тик ул бүлəктəрҙе шунда уҡ кейеп ҡарарға ашыҡманы.
– Рəхмəт, балам! Тик шатлығыңды уртаҡлашып бирергə яуап бүлəгем юҡ инде. Күстəнəс бирəйем
булмаһа! – тип усыма бер нисə бөртөк күрəгə һалды.– Бына бит, ҡəҙерҙе белгəн бала бүлəклəп килгəн.
Быларҙы мин икенсе йыл кейермен, йəме. Туҙмаған кейемдең гонаһы ҙур була ул, ташлаһаң, хужаһына
ауырыу телəп ята, ти. Боронғолар, ете ямау һалғансы кейергə кəрəк, ти торғайны. Хəҙерге кейемде ни 2–
3 йыл кейерлек тə түгел, тегенəн бүҫелə, бынан йыртыла. Ситса тəнгə йомшаҡ инде ул, кейермен, Алла
бирһə...
Тик Ғəлимə инəйгə ул күлдəкте кейергə насип булманы. Шул йылдың ҡышында баҡый донъяға күсте.
Аҙаҡ уның касса кенəгəһендə лə, өйөндə лə байтаҡ аҡса ҡалыуын белдек. Үҙенəн-үҙе йəллəгəн бар
байлығы шул ине. Бындай байлыҡҡа балалары ла шатланманы. Миңзиə апай беҙгə килеп, илап ултырҙы:
– Эй, Сəймə еңгəй, əсəйемдең был аҡсаһынан беҙгə ни файҙа! Студент йылдарында нимə ашарға
белмəй ултырғанда бирһен ине ул. Бала саҡтан туйғансы ашай ҙа алмай инем, һəр ризыҡты үлсəп йə
һанап бирерҙəр ине. Шуға гел һеҙгə йомош табып килергə тырыштым, сəй эскəн ваҡытығыҙ булһа, табын
артына саҡыра инегеҙ ҙə, тəмле-татлы ризыҡтар ашаным. Гел ҡала комиссионкаһынан барып,
кешелəрҙең кəрəкмəгəн кейемен арзанға алып ҡайтты. Кешесə туй ҙа эшлəп оҙатманы бит мине,
ҡəйнəмдəр гел шуның менəн мине битəрлəп кенə торалар. Ете йыл элек, фатир алырға булдыҡ та,
əсəйҙəн аҡса һорап килдем. Əрлəнеп, таланып ҡайттым. Тағы бер һоранып йөрөһəң, судҡа биреп, һинəн
дə, һылыуыңдан да алимент юллайым, тине. Имеш, ул беҙҙе үҫтергəн, хəҙер беҙ уға ай һайын аҡсалата
ярҙам бирергə тейешбеҙ. Əгəр ул ысынлап та мохтаж булһа, йəл түгел, бирер инем былай ҙа. Үҙенəн-үҙе
йəллəне, беҙҙе лə фəҡир хəлендə йəшəтте. Тамағы – ашҡа, өҫтө кейемгə туйманы бахырҙың...
Читайте нас: