Хәйбулла хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Апрель 2020, 23:40
Федераль ҡаҙнанан - ике миллиард һум
.
Башҡортостанға йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрен ҡорамалдар менән тәьмин итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаға кислород менән тәьмин итеү системаһын үткәреү, коронавирус менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында дауаханаларҙағы койка фондын ҡайтанан йыһазландырыу, шәхси һаҡлыҡ саралары һатып алыу күҙаллана.
Әле ҡорамалдар алыуға 861,7 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлгән. Үпкәне яһалма елләтеү өсөн 182 аппарат, 100 кислород концентраты, 28 фибробронхоскоп, 51 күсмә рентген аппараты, 51 УТТ ҡулайламаһы, 22 плазмалы стерилләгес, ҡандағы газды билдәләү өсөн 35 аппарат, 223 монитор, 35 гематология анализаторы, 8 компьютер томографы һәм башҡа ҡорамалдар алыу планлаштырыла.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?