Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Апрель 2020, 23:17

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНДАРЫНА БАШҠОРТ БАЛЫ БҮЛӘККӘ

.

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан сираттағы акция. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге умартасылар йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә сал сәсле яугирҙарға ихтирам күрһәтә.
Белгестәр меңгә яҡын банка татлы күстәнәс әҙерләгән. Һәр ҡайһыһында 250 граммлыҡ тәмле, шифалы, иммунитетты күтәреүсе продукция. Район-ҡалаларҙа йәшәүсе ветерандарға тәғәйенләнгән күстәнәсте урындағы ветерандар ойошмалары аша тапшырыу ҡаралған. Этикеткала Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм Өфөнөң Еңеү паркындағы һәйкәл, Мәңгелек ут сағылдырылған.

Гульдар Кинзябаева

Читайте нас: