Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Апрель 2020, 23:47

Бөгөн метеорит ямғыры көтөлə

.

Өйҙə ултырыу, тыштағы көйһөҙ көн
торошон күҙəтеү тамам ялҡыттымы?
Бөгөнгө төндə ябай ямғыр түгел, ə
метеорит ямғыры көтөлə. Серле
күренешкə һеҙҙə шаһит була алаһығыҙ.
Ул Лирида ағымы тип атала. Бөгөн
ҡояш байығас 10-20 метеор янғанын
күреп буласаҡ.
Был ваҡытта Ер шары Тэтчер кометаһы
ҡалдырған эҙ аша үтə, һөҙөмтəлə
йыһан саңы ҙур тиҙлек менəн беҙҙең
атмосфераға инə һəм 80-120 километр
бейеклектə яна, күренеш атылған
йондоҙ эффектын тыуҙыра, тип хəбəр
иткəн Мəскəү планетарияһы
астрономы Людмила Кошман.
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова 
Читайте нас: