Сөсө икмәк бешергән һайын бала саҡ иҫкә төшә : ныҡ бәләкәй инем әле, әсәйем ауыл фермаһында һауынсы булып эшләй, мине етәкләп фермаға алып барҙы, тышта ятҡан төклө һаламға ултыртып ҡуйҙы ла, һыйырҙы һауып йылы ғына һөттө ҡойоп биреп сөсикмәк тоттороп ҡуйҙы, сөсикмәкте үҙе менән алып килгән ине, ә мин йылы һөткә сөсикмәкте ҡушып ашай - ашай әсәйҙе көтөп ултырам...
Икмәк әсетергә ҡуйып өлгөрмәгән ваҡытта тиҙ генә сөсикмәк бешереп алам, сөсикмәктең шуныһы уңайлы, уның ҡабарғанын көтөп тороу кәрәкмәй, йыш ҡына элек-электән өйҙә икмәк бөтөп китһә сөсикмәк ҡотҡара ине, ҡамыр баҫаһың да бешерә һалаһың, һәм ул туҡлыҡлы ла !..
Ике сөсикмәк бешереп алыр кәрәк ине, 0.5 банканың яртыһында һөт ине, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәй ҡалағы тирәләй аш содаһы һалып(саҡ ҡына аҙыраҡ) , бер сәй ҡалағы тоҙ ҡушып болғаным. Ике икмәклек самалы онға 180 грамлыҡ бер ҡап йомшарған маргарин һалып(май ҙа мөмкин) ҡул менән әүәләп сыҡтым (бутап), эҫерәк һөтлө һыуҙы ҡойоп ҡамыр баҫтым, тап-тамам яҡшы ғына ҡамыр килеп сыҡты, ондоң күләмен үлсәмәнем инде, күпме кәрәк шул сама яҡынса алған инем. Ҡамыр шыйыҡ булмаҫҡа тейеш һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ тығыҙ ҙа булмаһын . Табаларға эшләп ҡуйғас мейес (духовка) ҡыҙғансы 15 минут тирәһе ултырып торҙо. Өҫтө алһыулана биргәнсе бешерҙем, 45 минут тирәһе ваҡыт үткәндер , бешә башлағаны тәмле еҫтәр сығыуҙан да беленә, өйгә сөсикмәк еҫе таралды... Икмәк йомшаҡ һәм тәмле булып беште..