Бөгөнгө ауыр ваҡытта күптәр, бигерәк тә оло быуын ирекмәндәр ярҙамына таяна
Ирекмәндәр тураһында күп яҙабыҙ. Бөгөнгө ауыр ваҡытта күптәр, бигерәк тә оло быуын уларҙың ярҙамына таяна. Бигерәк тә үҙизоляция ваҡытында йорттан сығып йөрөй алмағандар ирекмәндәрҙең ярҙамына мохтаж.
Маҡан ауылынан Ләйсән Яруллина һәм Әлфиз Ғәзизов Аҡъяр ауылынан ярҙам һораған ҡатынға дарыу препараттары һәм көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы йортона алып барып бирҙе. Аҙаҡ инәй Ауыл Советы хакимиәтенән янғынды иҫкәртеү приборын алып килеүҙе һораны, Әлфиз приборҙы алып килеп, хатта ҡуйып та бирҙе.
Бындай ирекмәндәр булғанда заман афәте лә ҡурҡыныс түгел, сөнки кәрәк саҡта ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыр йәштәр бар.
Әгәр ҙә һеҙгә ярҙам кәрәкһә йәки волонтер улырға теләһәгеҙ, 8-800-201-89-03, 8-929-755-30-08 телефон һандарына шылтыратығыҙ.