Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Апрель 2020, 17:35

Һыйырҙарҙың малайҙы тапауында кем ғәйепле?

/

Ике йыл элек була был аяныслы хәл. Дүрт кешенән торған ғаилә тәбиғәткә ял итергә сыға, эттәрен дә үҙҙәре менән ала. Эргәлә генә һыйыр көтөүе йөрөгән була.
Нимә сәбәп булғандыр, ҡапыл тыныс ҡына үлән утлап йөрөгән малҡайҙар енләнеп кешеләр яғына ыңғайлай. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән һыйырҙар ғаилә ағзаларына ябырылып, уларҙы аяҡтан йыға.
Ҡатын һәм ике бала төрлө кимәлдәге тән йәрәхттәре ала, бигерәк тә туғыҙ йәшлек малай ныҡ зыян күрә, ярай әле ул тере ҡала.
Ошо көндәрҙә был аяныслы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау буйынса тәфтиш эше тамамланды. Туймазы районындағы “Япрыҡ” хужалығының 26 йәшлек хеҙмәткәре иғтибарһыҙлығы арҡаһында кеше һаулығына ҙур зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Ваҡиғаға нөктәне суд ҡуясаҡ.
Фото: 8plus1.ru
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/iyir-ar-i-malay-i-tapauinda-kem--yeple-219984/
Читайте нас: