Хәйбулла хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 18:43
Йыйылма үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлектән туплана
.
Бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы уҡыусылар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы хәҙер нигеҙҙә республика продукттарынан туплана.
Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров ғәҙәти аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән танышҡайны. Ул, йыйылмала Башҡортостанда етештерелгән продукттар юҡ тиерлек, тип билдәләне. Төбәк етәксеһенең иҫкәрмәһенән һуң тәьминәтселәр “хаталар өҫтөндә эш башҡарҙы”. Хәҙер урындағы етештереүселәр шәкәргә һәм һөткә ихтыяжды – 100, ярмаға – 80, ҡуйыртылған һөткә – 75, үҫемлек майына 50 процентҡа ҡапланы.
– Айырым тәьминәтселәрҙең йыйылмалағы продукттар күләмен кәметеүе – 1 килограмм дөгө урынына 600 грамм һалыуы тураһында ла мәғлүмәттәр килеп етә. Был йәһәттән ҡәтғи контроль булдырырға кәрәк. Ошондай осраҡтарҙы асыҡлаһаҡ, килешеүҙе шунда уҡ өҙәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: