Һыу эсеүҙең төп биш ҡағиҙәһе:
1. Һыуҙы ашаған ваҡытта эсергә ярамай! Сөнки ашҡаҙан һуты тарҡатыла.Уны йә ашауға тиклем 40 минут ҡалғас, йә ашағандан 1,5 сәғәт үткәс ярай. Аҫтағы картинкала уның күләме һәм ҡайһы ваҡытта эсеү файҙалыраҡ икәне күрһәтелгән.
2. Һыуыҡ һыуға ҡарағанда йылымыс булғаны күпкә файҙалыраҡ. Һалҡын һыу эсәктәге ферменттарҙы "туңдыра" Шулай уҡ һалҡын һыу ҡан сосудтарын ҡыҫа һәм лимфаның оттогына һәм ҡандың әйләнешенә насар йоғонто яһай.Ә был инде үҙ сиратында беҙҙең организм кәрәкле мәтдәләрҙе алып бөтөрмәне тигән һүҙ.
3. Һыуҙа йотомлап ҡына эсер кәрәк. Әгәр ҙә бер стакан һыуҙы бер тында эсһәң, ул организмда һеңдерелмәй, ә тиҙ арала сығарыла һәм бөйөрҙәргә артыҡ нагрузка булып тора.
4. Һыуҙы торғас та эсһәң, эске органдарҙы йыуа, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй, организмды уята.
5. Һыуҙы тик ултырып ҡына эсергә, тороп эсһәң ул буштан-бушҡа сығарыла, ә ултырып эскән осраҡта ҡанға һеңә.
Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ай дауамында тотҡан осраҡта һөҙөмтәләре күҙгә күренер! Тире һәм ирендәр дымлыраҡ, сәстәр ялтырабыраҡ китер!
Иң мөһиме организмда энергетик көс артыр!
Һау-сәләмәт булайыҡ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ!!!