Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 12:17

Һумды долларға алыштырам тигәйнем...

-

Бөгөн аҡсаны нисек һаҡларға? Уны долларға алыштырырға кәрәкме? Нефткә хаҡтар төшкән ваҡытта ул үҙ артынан һумды ла аҫҡа “һөйрәй”, халыҡ банкка аҡса алыштырырға йәки магазиндарға берәр нәмә алып ҡалырға йүгерә.

Магазиндар ябыҡ, өлгөргәне алып ҡалғандыр ҙа инде. Әммә халыҡ хәҙер, магазиндар асыла ҡалһа, унда элекке хаҡтар булмаҫ, ҡиммәтләтеп сығарырҙар тип шикләнә. Таныштарым араһында һыуытҡыс булһа ла алып ҡалып булманы тип көйөнөүселәр ҙә бар. Булған аҡсаны ҡайҙа тоторға, хәҙер генә долларға алыштырһаң, отошта ҡалаһыңмы? Финанс белгестәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

– Иҡтисади кризис килеп еткәс кенә уяна беҙҙең халыҡ. Доллар тотороҡло булғанда, 65 һум торғанда бер кем дә шылтыратып, кәңәш һорамай. Ә хаҡы арта башлағас, ниндәйҙер бер йәнләнеү булып ала. Һумдың ныҡлы валюта булмауын шунда ғына аңлап алалар. Бына шунан паника тыуып, халыҡ борсола башлай, магазиндарға сығып сабалар. Һөҙөмтәлә кәрәкмәгән тауарҙар алып ҡайталар. Ҡыҙғаныс, улар һатып алғандан һуң ул тауарҙарға хаҡтар ҙа төшөп китә әле. Уларҙың беренсе хаталары – тауарҙы иртәрәк, ваҡытында алмауҙары, икенсе хаталары – кризис башланғас ҡына һатып алыуҙары. Был банктарға ла ҡағыла. Ә магазиндар бынан файҙа ғына күрә. Кеше үҙ финанстары тураһында кризис осоронда ғына уйларға тейеш түгел. Керемдәрен һәм сығымдарын иҫәпләп, финанс “мендәре”, йәғни резервын булдырыу тураһында иртәрәк уйлаһындар ине, – ти белгестәр.

Аҡсаны долларға алыштырырға кәрәкме-юҡмы икәнлегенә лә асыҡлыҡ индерә белгестәр. Уларса, валютаны киҫкен ҡиммәтләнгән ваҡытында алыу дөрөҫ түгел. Әгәр һумдарҙы доллар йәки евроға алыштырып, аҙаҡ тағы уларҙы һатырға йыйынһағыҙ, 2014 йылда булған хәлдә ҡалыу ҡурҡынысы бар.

– Ул ваҡытта 80 һумға һатып алып, долларҙың хаҡы төштө һәм халыҡ уның яңынан күтәрелгәнен бер нисә йыл көттө. Былай һеҙ аҡсағыҙҙы киреһенсә юғалтырға мөмкинһегеҙ. Ноутбук, көнкүреш техникаһын алырға кәрәкмәй. Алтын алып ҡалыусылар ҙа бар. Ул “портфелегеҙҙә” булһа насар түгел, капиталығыҙҙың 5-10 процентын алып торһа һәйбәт. Әммә уны кризис башланғас алмағыҙ. Кредит алһам тип һораусылар бар. Уныһы ла кәрәкмәй, бигерәк тә кризис ваҡытында, киләсәктә иҡтисад менән нәмә булаһы билдәһеҙ. Кемдәрҙеңдер кинәт кенә кереме кәмергә, ә кемдер эшһеҙ ҙә ҡалырға мөмкин. Һумдарығыҙ бар икән һәм улар күп булмаһа, бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Күп булһа, бер өлөшөн долларға әйләндереп, акция алырға була, ул һеҙгә дивидендтар килтерәсәк.

Фото: Airht.info
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас: