Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 18:37

Улар изге эштәре хаҡында һөйләп бармай

.

Бөгөн Рәсәйҙә меценаттар һәм хәйриә менән шөғөлләнеүселәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүселәр хөрмәтенә флешмоб үткәрергә тәҡдим итте.
Бының өсөн хәйриә ярҙамы күрһәткән, һеҙ рәхмәтле булған кешеләрҙе үҙегеҙҙең постарығыҙҙа, видеоларығыҙҙа билдәләргә һәм #добрыелюдибашкирии хэштегы ҡуйырға кәрәк.
Бөгөнгө ҡатмарлы хәл-торошта был байрам айырым мәғәнәгә эйә. Эшҡыуарҙар, йәмәғәт әүҙемселәре, республиканың битараф булмаған ябай граждандары ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә – оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә матди йәһәттән ярҙам итә, документтар әҙерләшә, шулай уҡ улар хәйриә фондтарына, дауаханаларға аҡса күсерә һәм башҡа изге эштәр башҡара.
– Ғәҙәттә, ярҙам күрһәтеүселәр үҙҙәренең изге эше хаҡында һөйләп бармай. Әйҙәгеҙ, ошо көндә хәйриә күрһәтеүсенең ярҙамы тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртеүен, матур йөкмәткеле мәрхәмәтлек сараларын, ирекмәнлек хәрәкәте тарихын, һеҙҙең тормошоғоҙҙа мәрхәмәтлектең нисек сағылыш табыуын иҫкә алайыҡ, – тип өндәште Йәмәғәт палатаһы рәйесе.
Хәйриә эше менән шөғөлләнеүселәргә мөрәжәғәт итеп, Ольга Панчихина: “Һеҙ – изгелек һәм эскерһеҙлек, кешене аңлау һәм сабырлыҡ сағылышы, һеҙ – киң күңелле, ҙур эштәр башҡарыусы кешеләр. Битараф булмауығыҙ, беҙҙең әүҙемселәрҙең башланғыстарын яҡлауығыҙ, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт!” – тине.
#ВремяГероев
Фото: iq.hse.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: