Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 19:02

Һуңланың шул, Зәмирә...

.

"Һаман шул Мәүлиҙә бит әле: сәсен ҡойроҡ һымаҡ бәйләгән, әллә ҡасанғы күлдәген кейгән, тырнаҡтары маникюр-педикюрҙың ни икәнен белмәй. Шул кейеме майға батҡан тракторисҡа кейәүгә сыҡты ла, донъяның бер рәхәтен күрмәй, ошо ауылдан башҡа ерҙе белмәй йәшәп тик ята. Бер ниндәй үҫеш, яҡшыға ынтылыш юҡ...
Ҡурҡмай өсөнсө бала тапҡан бит әле ул, хәйерселәрҙе арттырып. Үҙең өсөн йәшәп ҡалыр кәрәк был донъяла! Ә нисек мәктәптә яҡшы уҡый торғайны. Ата-әсәһе лә, уҡытыусылар ҙа уны өлгө итеп ҡуя, әллә кем булыр тип ҙур өмөттәр бағлай ине. Бына хәҙер мине күрһендәр ҙә уға ҡараһындар!" - тип ҡасандыр әхирәтебеҙ булған ҡатынды өҫтән генә ҡарап тикшерҙе Зәмирә һәм ҡаршылағы көҙгөнән үҙ сағылышына ҡәнәғәтлек менән күҙ һалды. Унан уға йәшәүҙең серен белгән ҡиәфәтле, үҙ-үҙенә ныҡ ышанған, һауалы, биҙәнгән-төҙәнгән, заманса кейенгән, һары ҡыҫҡа сәсле, матур аҡ йөҙлө ҡатын ҡарай ине.
Зәмирә мәктәптә уртасылдар рәтендә йөрөнө лә, башҡалар кеүек юғары уҡыу йортона ынтылып тормайынса, бухгалтерҙар әҙерләй торған курсты бөтөп, бер ресторанға эшкә урынлашты. Артабан инде ситтән тороп өҫтәмә юғары белем алды. Хәҙер ҙур ғына ойошмала баш иҡтисадсы булып эшләй. Ҡала тормошон бик тиҙ үҙ иткән зирәк ҡыҙ етеҙ үҙгәргән заман менән бер ҡатарҙан барырға тырыша.

"Һаман яңғыҙһың, әхирәт. Илнур ҙа һине көтөп арып, яңыраҡ өйләнеп ҡуйҙы", - Мәүлиҙәнең ниҙер эшләп йөрөгән арала әйткән һүҙҙәре уны уйҙарынан арындырып ебәрҙе.

"Эһе, хәҙерҙән һинең һымаҡ балаға батып ултырырғамы? Әлегә үҙемде кемгәлер бәйләгем килмәй, балалар табып та өлгөрөрмөн тип уйлайым. Үҙем өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк. Әлегә килеп-китеп йөрөүсем бар, ваҡыт үткәрергә ярай ул. Мин уға, ул миңә ҡарата бер ниндәй яуаплылыҡ тотмайбыҙ, бер кем бер ни өсөн бурыслы түгел, ирекле ҡоштар кеүекбеҙ. Донъя, балалар мәшәҡәттәре, аҡса етмәү кеүек проблемалар йәнде игәмәй, тыныс ҡына ял итәбеҙ. Миңә шулай уңайлы: ирҙең артынан йыуырға ла кәрәкмәй, ул килә тип бешеренергә лә түгел. Берәй заман ныҡлап ғаилә ҡорорға уйлаһам, уны ҡайтармай ҙа ҡуйырмын. Быныһынан ялҡһам, икенсеһен табыуы ауыр түгел, сөнки мыжыҡ ҡатындарынан ялҡып, ҡайҙалыр ял итеп, һауа алмаштырырға яратҡан ир заты күп ул. Миңә, әлбиттә, уларҙың барыһы ла кәрәкмәй, иң мөһиме - кеҫәһе ҡалын һәм йомарт булһын. Әлегә бындай тормош ялҡытмаған, үҙем өсөн йәшәйем дә тәүҙә, шунан күҙ күрер..."

...Ошондай һөйләшеүгә лә ун биш йыллап уҙып киткән икән. Хәҙер Зәмирәгә күп тә түгел, әҙ ҙә түгел - 40 йәш. Ваҡыт байтаҡ үтһә лә, һаман шулай ыҫпай, матур ҡатын. Тик олоғая барған һайын үҙен эс бошорғос яңғыҙлыҡ тойғоһо кимерә, эргәһендә терәк -таяныс булырҙай кешенең кәрәклеге үҙен һиҙҙерә, иптәшкә берәй бала табып алырға ваҡыт тигән уй һуңғы арала йыш килә, үҙенә пар булырҙай лайыҡлы таныш ирҙәрҙе барлай. Ниңәлер, ошоғаса йөрөгән ирҙәренең береһе лә, ғүмерлек йәрем бул, тип уның ҡулын һорап килгәне, йә булмаһа кинәйәләп тә аңғартҡаны юҡ. Ҡайһы берҙәре осрашыуҙан ҡаса, хатта асыҡтан-асыҡ башҡаса уны ҡыҙыҡһындырмауы тураһында белдергәндәре лә бар. Ваҡытлыса осрашыу-һөйөшөүҙәр, буш һүҙҙәр ҡатындың үҙенә лә ҡыҙыҡ түгел хәҙер. Уға ныҡлы мөнәсәбәт, эргәһендә тоғро, ышаныслы, бер үк хыялдар менән янған иптәш кәрәк. Ә ҡайҙан табаһың ундайҙы, бүтәндекен һалдырып алырмын тип әйтеүе генә еңел, берәү ҙә күнегелгән тормошонан ваз кисеп, өр-яңынан башлағыһы килмәй, әгәр ҙә арала ҙур мөхәббәт ятмаһа. Ғүмерҙе сағыу үткәрәм тип иң мөһименән - бала бағыуҙан тороп ҡалған ҡатындың күңелен хәҙер үкенес, эс бошоу, яңғыҙлыҡтан ҡурҡыу тойғолары сорнаған. Элеккесә һауалы түгел хәҙер Зәмирә, ә уйлы-ғазаплы. Күпме йәшәлгән, төрлө хәтирәләр ҙә етерлек, ә күңелдә бушлыҡ. Иң ҡыҙғанысы - уны бер нәмә менән тултырып та, үткәндәр тураһында онотоп та булмай.

Фото: idisciple.org
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: