Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 19:05

Сысҡан биҙгәге генә етмәгәйне...

.

Республикала бауыр синдромлы геморрагик биҙгәк сире арта башлаған. Яҙҙың иртә килеүе, көндәрҙең йылы тороуы ла уның таралыуына булышлыҡ итә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ғинуар-февраль айҙарында сир күрһәткесе 59 процентҡа артҡан. Көндәр йылыныу менән халыҡ баҡсала, ихатала , йорттарҙа йыйыштырыу эштәренә тотонғанда, мотлаҡ санитария-гигиена талаптарын үтәргә тейеш.
Баҡса йорттарын, келәттәрҙе йоғошһоҙландырыу, бүлмәләрҙе туҙан туҙҙырмай һыу менән йыуыу мөһим. Әгәр ҙә үҙегеҙҙә сирҙең тәүге билдәләрен тойһағыҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сысҡан биҙгәге – ҡаты ауырыу, медицина учреждениеһына ни тиклем иртәрәк барһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк һауығырһығыҙ.
Фото:UTV.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: