Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Апрель 2020, 18:42

21-се дауахана ни эшләп ябылған?

.

Онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта баш ҡаланың 21-се дауаханаһы карантинға ябылған, унда коронавирус менән сирләүсе кеше табылған, тигән хәбәргә лә аңлатма индерҙеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, унда күптән түгел киҫкен хирургия патологияһы менән стационарға эләккән кешелә пневмония булыуын асыҡлағандар. Әлеге ваҡытта был кеше һәм уның менән яҡындан бәйләнештә булған кешеләр коронавирусты дауалауҙа махсуслашҡан госпиталдәргә күсерелгән, дауаханала санитар нормаларға ярашлы дезинфекциялау бара. Хәл контролдә тотола. Учреждениеның эшмәкәрлеген ваҡытлыса сикләп тороу – уның етәксеһенең ҡарары, тине министр урынбаҫары. Тиҙҙән, сирле менән бәйләнештә булған һәр кем асыҡланғандан һәм тулыһынса зарарһыҙландырыу үткәрелгәндән һуң 21-се дауахана эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Стәрлетамаҡ дауаханаһында ла ошоға оҡшаш хәл күҙәтелә, учреждение кәмендә ике аҙнаға карантинға ябылған. Уны коронавирус дауалаусы госпиталгә әйләндереү планлаштырла. Әлегә мәлдә ойоштороу эштәре бара.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак тиҙҙән лабораторияларҙа организмдағы антиматдәләргә тест эшләп булыуын асыҡлап китте. Эйе, был рәсми мәғлүмәт, әммә әлегә ундай тестар эшләнеү өҫтөндә. Улар иһә организмда вирус бармы-юҡмы, ниндәй кимәлдә сәләмәтлеккә зыян килтергәнен асыҡларға ярҙам итәсәк.
Фото: trend.az
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: