Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки һәм монгол халыҡтары араһында таралған. Һөт менән йомортҡа ҡушып йәиһә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, һөт, май, йомортҡа һ.б. тәмләткестәр ҡушып) эшләнгән ҡамырҙан әҙерләнә. Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 см ҙурлығындағы ромбиктарға киҫелә. Икенсе вариант — ҡамырҙы түңәрәк киҫәк итеп йәйәләр ҙә 5 см оҙонлоғондағы буйҙарға киҫәләр. Иретелгән йәиһә эс майында әҙерләйҙәр. Сәй янына тәрилкәләрҙә һәм вазаларҙа бирәләр, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла бешерәләр.
Ингредиенттары:
1. он
2. йомортҡа
3. шәкәр
4. аҡ май
5. тоҙ.
Йолаһы:
Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ әҙерләнә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарындатаратыла.