Бынан 59 йыл элек, 1961 йылдың 12
апрелендə тарихта кеше тəүге тапҡыр
йыһанға оса. Ул - СССР гражданы Юрий
Алексеевич Гагарин! Юрий Гагарин
“Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр
Ер шары тирəлəй əйлəнеп сыға. Ул
йыһанда 108 минут оса. Бөгөн, йыһан
станцияларында бер нисə айлыҡ
экспедициялар үткəрелгəн ваҡытта, был
бик аҙ һымаҡ күренə. Юрий Гагарин иһə
йыһанда ла кеше эшлəй һəм йəшəй
алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып
космонавт һөнəре барлыҡҡа килə. Һəр
үҫмерҙең тиерлек күңеленə, йыһангир
булам, тигəн хыял инеп урынлаша.
Кешенең йыһанға осошо уның киңлектəрен
үҙлəштереү өсөн яңы аҙым булып торҙо. Хəҙер был көн БӨТƏ ДОНЪЯ АВИАЦИЯ ҺƏМ КОСМОНАВТИКА
КӨНӨ тип билдəлəнə.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров