Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Апрель 2020, 14:07

Надежда Бабкина комала...

/

Билдәле эстрада йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкинаны, хәле насарланыу сәбәпле, ашығыс рәүештә дауаханаға һалғандар. Унда киҫкен пневмония диагнозы асыҡланған. Был коронавирус эҙемтәһеме-юҡмы икәне әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел.
Яңыраҡ ҡына 70 йәшен билдәләгән йырсы кинәт кенә үҙен насар тоя, ә бит ул быға тиклем ансамбле менән репетициялар үткәргән. Үҙе лә, коллективы ла бар һаҡланыу сараларын да теүәл үтәүҙәрен, ҡулдарҙы йыуып, бүлмәләрҙе зарарһыҙландырып тороуҙарын белдергән булған.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләүҙәренсә, Бабкинаны яһалма комаға индереп, үпкәне елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
Кем уйлаһын, йәштәргә биргеһеҙ, дәрте ташып торған, яңыраҡ ҡына гөрләтеп юбилей үткәргән йырсының бындай бәләгә тарырын. Миллионлаған рәсәйҙәрҙең яратҡан артисының тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ.
Әйткәндәй, коронавирус диагнозы менән ауыр хәлдә дауаханаға эләккән билдәле йырсы Лев Лещенконың хәле яҡшырған.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nadegda-Babkina-komala-206687/
Читайте нас: